Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Март 2017, 16:47

Бөтә донъя шашка федерацияһы президенты Гарри Оттен: «Өфө Рәсәйҙең генә түгел, халыҡ-ара кимәлдә лә шашка баш ҡалаһы булып тора»

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2 мартта Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөтә донъя шашка федерацияһы президенты Гарри Оттен менән осрашты. Ул Өфөгә Халыҡ-ара шашка буйынса донъя кубогы финалына килгән. Сара 1-12 мартта «Президент Отел»дә үтә. Яҡтар төбәктә шашка спортын үҫтереү перспективаларын һәм бында ҙур халыҡ-ара ярыштар үткәреү мөмкинлеген тикшерҙе.
– Беҙҙең республика – бөтә донъяла танылған шашка биләмәһе. Шуға күрә һеҙҙе ошонда, Башҡортостанда күреүебеҙгә һәм осрашыуыбыҙға шатбыҙ. Халыҡ-ара шашка буйынса донъя кубогы финалы юғары кимәлдә үтер тип уйлайым. Был – әһәмиәтле ваҡиға, әлбиттә, әммә иң мөһиме, шашка хәрәкәтен дауам итеүебеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөтә донъя шашка федерацияһы, коллегаларыбыҙ менән берлектәге эште дауам итәбеҙ. Ошо спорт төрөнә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер биләмә булараҡ беҙгә иҫәп тота алаһығыҙ.
– Республикала шашканың ныҡ үҫешеүен билдәләүебеҙгә шатбыҙ. 2013 йылда Өфө шашка буйынса донъя чемпионатын ҡабул иткәйне инде. Бында ошо спорт төрө әүҙем үҫешә, тип ышаныс менән әйтергә мөмкин, – тине Гарри Оттен. – Алдағы йылдарҙа төбәктә тағы ла бер нисә ярыш уҙыр, тип көтәбеҙ. Өфө Рәсәйҙең генә түгел, халыҡ-ара кимәлдә лә шашка баш ҡалаһы булып тора, тип әйтә алам.
Осрашыу барышында шулай уҡ метеорология характерындағы мәсьәләләр ҡуҙғатылды. Был Гарри Оттендың Нидерланд метеорология институтында һәм Пенсильвания университетында (АҠШ) эшләүенә, 1986 йылда үҙенең шәхси метеорология компанияһын ойоштороуға бәйле. Әлеге ваҡытта MeteoGroup – Европала донъяның 17 илендә офистары булған ҙур шәхси метеорология компанияһы.
– Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ: быйыл ҡыш ҡар күп яуҙы. Синоптиктар беҙгә бер нәмә лә әйтмәне һәм шундай хәл буласағы хаҡында иҫкәртмәне. Көҙ көнө беҙ республика биләмәһендә гамма-төшөрөү үткәрҙек. Март айында вертолеттан гамма-төшөрөү ярҙамында республикалағы ҡар запасын билдәләйәсәкбеҙ. Әлбиттә, ташҡындың көслө булыуы көтөлә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә барыбер метеорология фараздары йәһәтенән үҙ-ара килешеп эш итеү, хәүефтәрҙе баһалау, һыу баҫыу ихтималлығы темаһына кире ҡайтырға тура киләсәк. Был – ҙур, ҡатмарлы эш.
Читайте нас: