Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.41 ↓

EUR 71.84 ↑

23 май, Кесе йома

Уфа   °

исемлек | ҡыҫҡаса | тулыраҡ
Көн мәғлүмәттәре

Республикала инвалид балалар һаны артҡан

Башҡортостанда 10 079 баланы тикшергәндән һуң 2 112-һе инвалид тип танылған. Өҫтәүенә уларҙың һаны 687 кешегә – 4,3% артҡан.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин һүҙҙәренсә, бәлиғ булмағандарҙың инвалидлыҡ сирҙәре араһында тыумыштан аномалиялар, нервы системаһы ауырыуҙары, психик ҡаҡшау, эндокрин системаһы сирҙәре күберәк.

Йәмғиәт

Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары тәғәйенләнде

Наталья Лапшина Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Ул тармаҡты программалы үҫтереү, мәғлүмәт һәм йыйылма-аналитик эш, этномәҙәни үҫеште һәм төбәк-ара хеҙмәтттәшлекте үҫтереү, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә кадрҙар һәм хоҡуҡи эш мәсьәләләре өсөн яуаплы, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда Ростех Дәүләт корпорацияһы менән үҙ-ара эш итеү буйынса эшсе орган булдырыла

Ростех Дәүләт корпорацияһы делегацияһы эш сәфәре менән Башҡортостанда. Делегация составында корпорацияның төп йүнәлештәре вәкилдәре – етештереүҙе, иҡтисадты һәм финанс эшмәкәрлеген ойоштороу өлкәһендә етәкселәр һәм белгестәр бар.

Иҡтисад

Мәғариф һәм фән министрлығы Өфөнөң төп юғары уҡыу йорттары етәкселәренең эш хаҡы буйынса отчет баҫтырып сығарған

Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы 2018 йыл өсөн ведомство ҡарамағындағы юғары уҡыу йорттары етәкселәренең хеҙмәт хаҡы буйынса отчет баҫтырып сығарған.

Иҡтисад

«Экология» милли проекты буйынса Башҡортостандың 19 муниципалитетында 29 һыу үткәргес ремонтлана

Башҡортостанда «Экология» милли проекты сиктәрендә 19 муниципалитетта — Әлшәй, Баймаҡ, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Стәрлетамаҡ, Өфө, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә райондарында һәм Стәрлетамаҡта 29 һыу менән тәьмин итеү объекты ремонтлана.

Иҡтисад

Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында йорттарҙы сафҡа индереү буйынса икенсе урында тора

2019 йылдың ғинуар-апрель айҙары йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында йорттарҙы сафҡа индереү буйынса икенсе урында тора.

Иҡтисад

Санкт-Петербургта Мостай Кәримдең әҫәре буйынса «Һеңлекәш» фильмының премьераһы уҙҙы

Санкт-Петербургта «Виват, Рәсәй киноһы!» фестивале Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса «Һеңлекәш» фильмы менән асылды. Унда режиссер, Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Галибин, продюсер Дмитрий Фикс, Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы, шағирҙың ейәне Тимербулат Кәримов, шулай уҡ төп ролдәрҙе башҡарған йәш актерҙар Марта Тимофеева һәм Арыҫлан Ҡырымсурин ҡатнашты.

Мәҙәниәт

Радий Хәбиров Финляндияның Рәсәйҙәге илсеһе Микко Хаутала менән осрашты

21 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Финляндияның Рәсәйҙәге илсеһе Микко Хаутала менән осрашты.

Яҡтар иҡтисадта, гуманитар һәм социаль өлкәлә артабанғы хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен тикшерҙе.

Сәйәсәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть