Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.85 ↑

EUR 91.14 ↓

26 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Йәмғиәт

Республикала мәктәп каникулы 9 ноябргә тиклем оҙайтылды

Башҡортостанда көҙгө мәктәп каникулын 9 ноябргә тиклем оҙайтырға ҡарар ителде, тип белдерҙеләр коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышынан һуң Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә.

Йәмғиәт

Өфөлә баш ҡала урамына йәки скверына Өлфәт Мостафиндың исемен бирергә тәҡдим ителә

Өфөлә урамдарҙың йәки скверҙарҙың береһенә баҡыйлыҡҡа күскән баш ҡала мэры Өлфәт Мостафиндың исемен бирергә тәҡдим ителә. Өфөнән Илдус Ильясов Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ошондай тәҡдим яҙып ҡалдырған.

Йәмғиәт

Республикала COVID-19 йоҡторғандар 92-гә күбәйҙе

Башҡортостанда уҙған тәүлектә коронавирус йоҡторғандар 92-гә күбәйҙе.

Пандемия башланғандан алып республикала 10 678 кешелә COVID-19 раҫланған.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле «коронавирус инфекцияһы» диагнозы менән 981 кеше дауалана (пневмония менән ауырығандарҙан тыш).

Йәмғиәт

Өфөнән 14 йәшлек ҡыҙ «Рәсәй һылыуҡайы – 2020» конкурсында титул яуланы

«Башҡортостан һылыуҡайы» конкурсы тамашасыларын һәм жюри ағзаларын әсир иткән 14 йәшлек Өфө ҡыҙы София Карпова Рәсәй кимәлендә сығыш яһаны. Ул Башҡортостан исеменән Сочиҙа «Рәсәй һылыуҡайы-2020» милли конкурсында ҡатнашты.

Йәмғиәт

Республикала Һаулыҡ һаҡлау министрлығы йәнә бер кешенең коронавирустан вафат булғанын хәбәр итте

Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау министрлығы йәнә бер кешенең коронавирустан вафат булғанын хәбәр итте. Пандемия башланғандан һуң республикала коронавирустан үлеүҙең 52 осрағы рәсми раҫланған.

Йәмғиәт

Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғолов вафат

Башҡортостанда 60 йәшендә Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитетының элекке рәйесе Әмир Ишемғолов арабыҙҙан китте.

Йәмғиәт

Рәсәйҙә тағы өс аҙна дауамында COVID-19 менән сирләү осраҡтарының артыуы көтөлә – Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

Рәсәйҙә өс аҙнанан COVID-19 менән сирләү осраҡтарының кәмей башлауы мөмкин, тип яҙа федераль киң мәғлүмәт саралары Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш инфекционист-табибы Владимир Чулановҡа һылтанма менән.

Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәр дауаханаға ятҡан осраҡта балаларын ваҡытлыса «Ғаилә» үҙәктәрендә ҡалдырырға мөмкин

Башҡортостанда йәшәүселәр дауаханаға ятҡан осраҡта өс йәштән өлкәнерәк балаларын ваҡытлыса «Ғаилә» үҙәктәрендә ҡалдырырға мөмкин.

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ата-әсә дауаханаға ятҡан һәм баланы ҡарарға кеше булмаған осраҡта, улар шәхсән йәки дауалаусы табип аша ғаилә хеҙмәтенә, социаль приютҡа йәки опека һәм попечителлек органына социаль хеҙмәттәр күрһәтеүгә ғариза менән мөрәжәғәт итә ала.

Йәмғиәт

Өфө урамында Бүре һәм Бесәй һындары барлыҡҡа килде

Өфөлә «Тулҡын» паркына ингән ерҙе популяр йәнһүрәт геройҙарының һындары биҙәй. Бөтәһенә лә таныш булған «Ну, погоди!» һәм «Трое из Простоквашино» йәнһүрәттәренән Бүре һәм Матроскин ҡала халҡының яратҡан урынына урынлаштырылды.

Йәмғиәт

Башҡортостанда битлек режимын үтәү буйынса рейдтар уҙғарыла, штраф – 200 мең һумға тиклем

Башҡортостан ҡала-райондарында 28 октябрҙән битлек режимын үтәү буйынса күләмле рейдтар башланды. Хоҡуҡ боҙоусыларға штраф һалына. Битлек кеймәгән өсөн штраф күләме – 200 мең һумға тиклем.

Йәмғиәт

Радий Хәбиров Өфө мэры Өлфәт Мостафиндың хәле ауыр булыуы тураһында хәбәр итте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө мэры Өлфәт Мостафиндың һаулығы тураһында хәбәр итте.

Ул Өлфәт Мостафиндың сирләүе тураһында хәбәрҙе раҫлап, баш ҡала хакимиәте етәксеһендә COVID-19 асыҡланғанын, шулай уҡ уның пневмония менән ауырығанын белдерҙе.

Йәмғиәт

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусты иҫкәртеү һәм дауалау өсөн препараттар исемлеген баҫтырып сығарҙы

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүҙә һәм дауалауҙа ярҙам итергә тейешле препараттар исемлеген баҫтырып сығарҙы.

Йәмғиәт

Өфөлә, инфекция таралыуға ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы йәрминкәләренең эше тергеҙелде

Өфөлә, инфекция таралыуға ҡарамаҫтан, ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләренең эше тергеҙелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер нисә көн элек коронавирус мменән бәйле хәл арҡаһында йәрминкәләр туҡтатылғайны.

Йәмғиәт

Рәсәйҙә бөтәһе өсөн дә битлек режимы индерелә

Рәсәйҙә бөтәһе өсөн дә битлек режимы индерелә. РИА Новости мәғлүмәттәре буйынса, Роспотребнадзор илдә йәшәүселәрҙең һәммәһенә лә халыҡ күп йөрөгән урындарҙа, транспортта, парковкаларҙа һәм лифттарҙа битлек кейергә ҡушты.

Йәмғиәт

Уралиә, Ванцетти, Рем: Башҡортостанда быйыл тыуған сабыйҙарҙың үҙенсәлекле исемдәре аталды

Башҡортостанда 2020 йылда тыуған сабыйҙарҙың үҙенсәлекле исемдәре аталды. Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан яңы тыуған малайҙар араһында – 17, ә ҡыҙҙар араһында 13 үҙенсәлекле исем ҡушылған.

Йәмғиәт

Башҡортостанда тыумыштан зәғиф ҡыҙыҡай, ниһайәт, балалар баҡсаһына йөрөй башлаған

Стәрлетамаҡ районынан өс йәшлек Софья Ғиззәтуллина, ниһайәт, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына йөрөй башлаған. Тәүҙә уны тышҡы ҡиәфәте арҡаһында балалар баҡсаһына алыуҙан баш тартҡайнылар.

Йәмғиәт

Башҡортостанда студенттар күпләп сирләй, вуздарҙың өйҙән уҡыуға күсеүе ихтимал

Башҡортостанда сирле студенттарҙың ҡырҡа артыуына бәйле вуздар өйҙән уҡыу режимына күсергә мөмкин.

Бөгөн республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итеүенсә, уҙған аҙнала юғары уҡыу йорттарында студенттар араһында COVID-19 йоҡтороу осраҡтарының күбәйеүе теркәлә.

Йәмғиәт

Республика Башлығы бутлегерҙар хаҡында мәғлүмәт өсөн бүләкләргә тәҡдим итте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рөхсәтһеҙ иҫерткес эсемлектәр һатылған урындар тураһында хәбәр иткәндәрҙе бүләкләү тәҡдимен индерҙе. Был хаҡта ул дүшәмбе республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан биләмәһендә алкоголь продукцияһының рөхсәтһеҙ әйленешенә ҡаршы көрәш сараларын тикшергән саҡта белдерҙе.

Йәмғиәт

Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында диспансеризация үткәреү туҡтатыла

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус инфекцияһы арҡаһында ҡатмарлы эпидемиологик хәл күҙәтелгән райондарҙа диспансеризация һәм профилактик тикшереү үткәреүҙе ваҡытлыса туҡтатырға тәҡдим итте.

Йәмғиәт

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республика етәксеһенә COVID һәм пневмония буйынса буш койка фонды тураһында мәғлүмәт бирҙе

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан дауаханаларҙа COVID-19 һәм пневмония йоҡторған пациенттарҙың ятыуы тураһында хәбәр иттеләр.

Республикала инфекция йүнәлешендәге 4 680 койка иҫәпләнә.

Йәмғиәт

Республика магазиндарында һәм дөйөм туҡланыу урындарында ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшләй башланы

Магазиндарҙа, дөйөм туҡланыу, шулай уҡ көнкүреш хеҙмәттәре өлкәһе предприятиеларында ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшләй башланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан.

Йәмғиәт

Башҡортостанда тағы 74 кеше яңы коронавирус йоҡторған

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда тағы 74 кеше яңы коронавирус йоҡторған.

Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 23 октябрҙә республикала 10 093 COVID-19 осрағы раҫланған.

Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте

Республика синоптиктары көндәрҙең -12 градусҡаса һалҡынайтыуын фаразлай. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 23 октябрҙә бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, иртән юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ булыуы көтөлә.

Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ инфекция үҙәгендә ҡабул итеү, бала табыу, балалар һәм операция блоктары була

Әле Стәрлетамаҡтағы яңы инфекция үҙәгенең төҙөлөш майҙанында 123 кеше һәм 47 берәмек техника эшләй. Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров һүҙҙәренсә, артабан уларҙың һаны арттырыла, сөнки декабрь башында медицина учреждениеһы тәүге пациенттарҙы ҡабул итергә тейеш.

Йәмғиәт

Өфөнөң бер нисә учреждениеһына яңы баш табиптар тәғәйенләнде

Өфөнөң бер нисә учреждениеһына яңы баш табиптар тәғәйенләнде. Кадрҙар үҙгәреше тураһында һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин 21 октябрҙә медицина ойошмалары етәкселәре менән кәңәшмәлә хәбәр итте.

Йәмғиәт

Республикала коронавирус йоҡторғандар 10 меңдән ашты

Башҡортостанда тәүлек эсендә COVID-19 менән ауырыған пациенттар 73-кә артты. Пандемия башланғандан алып сирлеләрҙең дөйөм һаны 10 019-ға етте.

Хәбәр ителеүенсә, әле 909 кеше дауалана, 730-ы ауырыуҙы еңел формала үткәрә һәм өйҙә дауалана, 179-ы стационарҙа ята.

Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләрендә клиенттарҙы хеҙмәтләндереү ҡағиҙәләре ҡәтғиләштерелде

Башҡортостандың почта бүлексәләренә хәҙер битлектән тыш, бирсәткә кейеп килергә кәрәк, тип хәбәр иттеләр республиканың Федераль почта элемтәһе идаралығынан.

Йәмғиәт

Башҡортостанда предприятиеларҙа ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшләй башланы

Башҡортостанда предприятиеларҙа ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшләй башланы. Бындай саралар эш урындарында санитар-эпидемиология ҡағиҙәләрен үтәүҙе контролдә тотоу һәм коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү өсөн индерелде.

Йәмғиәт

Республиканың ҡайһы ҡала-райондарында COVID-19 менән йышыраҡ ауырыйҙар – статистика

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республика ҡалаларында һәм райондарында сирлеләр буйынса яңы мәғлүмәттәрҙе иғлан итте.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, пандемия башланғандан алып республикала COVID-19 йоҡтороуҙың 9 946 осрағы теркәлгән.

Йәмғиәт

Башҡортостан табиптары Абхазиянан ҡайтты

Башҡортостан табиптары Абхазия Республикаһынан ҡайтты.

Башҡорт дәүләт медицина университетынан һәм Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһынан ете табип, ординаторҙар, табип-стажерҙар өс аҙнанан ашыу урындағы табиптарға булышлыҡ итте, коронавирус менән ауырыған пациенттарға медицина ярҙамын күрһәтеүҙе яйға һалды.

Йәмғиәт

Өфө зоопаркын ҡала эсендә төҙөйҙәр

Республика властары Өфөнән ситтә зоопарк төҙөү планынан баш тартты. Сәбәбе – баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн уңайһыҙ булыуы. Объект ҡала эсендә төҙөлә, тип хәбәр итте Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.

Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Мостай Кәримдең тыуған көнөндә дәүләт наградалары тапшырҙы

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 101 йыл тулыу уңайынан дәүләт наградалары тапшырҙы. Күренекле яҙыусының исемен мәңгеләштереүгә тос өлөш индергәндәр халыҡ шағирының тыуған көнөндә маҡтау грамоталары, исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Йәмғиәт

Республикала тәүлек эсендә коронавирус йоҡторғандар тағы 68 кешегә артҡан

Башҡортостанда тәүлек эсендә, 20 октябргә мәғлүмәттәр буйынса, коронавирус йоҡторғандар тағы 68 кешегә артҡан.

Пандемия башланғандан алып сирлеләрҙең дөйөм һаны 9 877-гә еткән.

Йәмғиәт

БСТ телеканалы «Башҡортостан. Хроника. Ковид» документаль фильмын күрһәтә

COVID-19. Тормошобоҙға килеп инде лә, яңы ресурстарҙы асырға этәргес бирҙе. Ул беҙҙең етешһеҙлектәребеҙҙе асып һалды һәм ысын геройҙарҙы күрһәтте.

Башҡортостан тотош ил менән бергә бына ярты йыл инде ошо юлдан бара.

Йәмғиәт

Башҡортостанда табиптарҙы пациенттарҙың өйҙәренә дәүләт власының эш машиналары йөрөтә башланы

Башҡортостанда табиптарҙы эш урынына, шулай уҡ пациенттарҙың өйҙәренә дәүләт власының эш автомобилдәре йөрөтә башланы.

16 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың дәүләт органдары автопаркынан 100 машина бүлергә һәм уларҙы сирлеләргә ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн Өфөнөң медицина учреждениеларына бирергә ҡушты.

Йәмғиәт

Республикала был аҙнала ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә

Башҡортостан синоптиктары республикаға ҡыш яҡынлашыуы тураһында белдерҙе. Тәүге ҡар яуыуы, ҡырау төшөүе, ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә.

Уҙған аҙнала Башҡортостанда аномаль йылы булды, ләкин был аҙнала уҡ республикала йәшәүселәр ҡыштың яҡынлашыуын һиҙер, тип хәбәр итте Башгидромет.

Йәмғиәт

Ноябрҙә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе өҫтәмә ял көтә

Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан рәсәйҙәрҙе 4 ноябрҙә өҫтәмә ял көнө көтә.

Быйыл байрам шаршамбыға тап килә.

Шулай итеп, быйыл ноябрҙең икенсе аҙнаһында рәсәйҙәр дүрт көн эшләй: 2 һәм 3 ноябрҙә, һуңынан ял, ә аҙаҡ — 5 һәм 6 ноябрҙә йәнә эш көндәре.

Йәмғиәт

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы көрәшеү өсөн студент-ординаторҙарҙы поликлиникаларға эшкә ебәрәләр

Республикала Башҡорт дәүләт медицина университетының өлкән курс студенттарын һәм студент-ординаторҙарҙы өйҙә коронавирустан дауаланған сирлеләргә медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн поликлиникаларға эшкә ебәрәләр.

Йәмғиәт

Башҡортостанда диабет һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан яфаланғандар өсөн махсус режим индерелә

Башҡортостанда шәкәр диабеты һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан яфаланғандар өсөн махсус режим индереүҙәре мөмкин. Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай диагнозы булған кешеләрҙең яңы коронавирус инфекцияһынан вафат булыу осраҡтарының йышайыуына борсолоуын белдерҙе.

Йәмғиәт

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда йәнә 68 кешелә коронавирус асыҡланған

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда йәнә 68 кешелә COVID-19 асыҡланған, тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.

Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары өс көнгә һауа торошон хәбәр итте

Был аҙнала Башҡортостанда ямғыр яуыуы фаразлана. Республика синоптиктары хәбәр итеүенсә, дүшәмбе, 19 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән.

Йәмғиәт

Республикала пневмония менән сирләүселәр бер тәүлектә йәнә 200 кешегә артҡан

Республикала пневмония менән сирләүселәр бер тәүлектә йәнә 200-ҙән ашыуыраҡҡа артҡан.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 15 октябрҙән 16-һына тиклем 208 кешегә «дауахананан тыш пневмония» диагнозы ҡуйылған.

Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, шәмбе бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеп, талғын.

Йәмғиәт

Республикала ковид менән ауырыусыларҙың күпселеге – Тәтешле районында

Башҡортостанда сир йоҡтороу осраҡтарының күпселеге сик буйындағы райондарҙа асыҡлана. Тәтешле районында сирлеләр республика кимәле менән сағыштырғанда 2,5 тапҡырға күберәк.

Йәмғиәт

Радий Хәбиров 4 ноябрҙән һуң көҙгө мәктәп каникулын оҙайтыу ихтималлығын белдерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әгәр республикала коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле хәл яҡшырмаһа, 4 ноябрҙән һуң көҙгө мәктәп каникулын оҙайтыу вариантын ҡарай.

Йәмғиәт

Республикала Төркиәнән ҡайтҡан ханымға коронавирусҡа тест тапшырмаған өсөн штраф һалынған

Башҡортостанда сит илдән ҡайтҡан ханымға коронавирусҡа тест тапшырмаған өсөн штраф һалынған.

Республика судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ул 12 августа Төркиәлә ял итеп ҡайтҡан.

Йәмғиәт

Башҡортостанда тәүлек эсендә COVID-19 йоҡтороуҙың 69 осрағы асыҡланған

15 октябргә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 69 осрағы теркәлгән. Шулай уҡ тәүлек эсендә тағы бер кеше вафат булған, хәҙер мәрхүмдәр һаны 47-гә еткән.

Йәмғиәт

Ҡытайҙың Наньчан ҡалаһы Өфөгә бер тапҡыр ҡулланыла торған 20 мең медицина битлеге бүләк итте

Башҡортостандың баш ҡалаһы менән күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләгән Наньчан ҡалаһы (Ҡытай) Өфөгә бушлай бер тапҡыр ҡулланыла торған медицина битлектәре ебәрҙе.

Йәмғиәт
1 - 61 из 111
Начало | Пред. | 1 2 | След. | Конец
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть