Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.81

EUR 89.66

27 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Йәмғиәт

Өфөлә «Бейеүсе торналар» фонтанының эшләү ваҡыты ике сәғәткә ҡыҫҡартылды

Өфө мэрияһы «Имәндәр» скверында яңы «Бейеүсе торналар» фонтанының эшләү режимы үҙгәреүе тураһында хәбәр итте.

Билдәләнеүенсә, фонтан ике – ғәҙәти һәм музыкаль режимда эшләүен дауам итә.

Йәмғиәт

Республикала «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһын ҡуйыу өсөн урын һайлайҙар

Башҡортостанда Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн халыҡҡа ике вариант тәҡдим итәләр.

Йәмғиәт

Башҡортостанда тәүлек эсендә COVID-19 йоҡтороуҙың 36 яңы осрағы асыҡланған

30 июлгә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 6 711-гә еткән. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә республикала 36 яңы осраҡ асыҡланған.

Йәмғиәт

Ҡорбан байрамында республикала ниндәй һауа торошо көтөлә

Башгидрометүҙәк синоптиктары 31 июлгә – мосолмандар Ҡорбан байрамын билдәләгән көнгә һауа торошон хәбәр итте. Фаразға ярашлы, байрам көнөндә республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә.

Йәмғиәт

Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороусылар һаны 6 675-кә еткән

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 35 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы раҫланған. Шулай итеп, пандемия башланғандан алып республикала COVID-19 йоҡтороусылар һаны 6 675-кә еткән, тип хәбәр итте Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Йәмғиәт

Башҡортостан турист-рекреация кластерҙарын булдырыу конкурсының финалсылары иҫәбенә инде

Башҡортостан Рәсәйҙә турист-рекреация кластерҙарын булдырыу һәм экотуризмды үҫтереү өсөн федераль конкурстың финалсылары иҫәбенә инде. Был хаҡта 28 июлдә Рәсәй Федерацияһы Президентының тәбиғәтте һаҡлау, экология һәм транспорт эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Сергей Иванов етәкселегендәге конкурс комиссияһы ултырышы һөҙөмтәләре буйынса билдәле булды.

Йәмғиәт

30 июль — Башҡортостанда ҡыҫҡартылған эш көнө

Башҡортостанда 30 июлдә, Ҡорбан байрамы алдынан, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара, тип иҫкә төшөрҙөләр республика Хеҙмәт министрлығында.

Республика хөкүмәте ҡарары буйынса, 31 июль – Ҡорбан байрамы эшләмәгән байрам көнө тип иҫәпләнә.

Йәмғиәт

Башҡортостан пневмониянан вакцина һатып алыуҙы биш тапҡырға арттырҙы

Бөгөн Башҡортостанда 21 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән хеҙмәткә саҡырылыусылар һәм 60 йәштән өлкәндәр пневмониянан прививка алды. Быйыл республика ошо инфекциянан вакцина һатып алыуҙы биш тапҡырға арттырҙы: федераль бюджет иҫәбенә бер йәшкә тиклемге 43 800 балаға һәм 40 500 сабыйға ҡабаттан вакцина һалыу өсөн 95 600 доза һатып алынды.

Йәмғиәт

Башҡортостанда Краснодар крайы курорттарынан ҡайтыусыларҙы коронавирусҡа тикшерә башлайҙар

Башҡортостанда Рәсәйҙең көньяҡ курорттарынан ҡайтыусыларҙы аэропортта, авто- һәм тимер юл вокзалында, шулай уҡ автомобилдә сәйәхәт итеүселәр өсөн өйҙә коронавирусҡа тикшерә башлайҙар.

Йәмғиәт

1 сентябрҙән уҡытыусылар класс етәкселеге өсөн 5 мең һум өҫтәмә ала башлай

Яңы уҡыу йылы башынан Рәсәй уҡытыусылары класс етәкселеге өсөн 5 мең һум өҫтәмә түләү ала башлай. Был хаҡта дүшәмбе Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Сергей Кравцов хәбәр итте.

Йәмғиәт

«Башҡортостан» милли паркында һоло ашап йөрөгән айыуҙы видеоға төшөрөп алғандар

«Башҡортостан» милли паркында директор Владимир Кузнецов һоло ашап йөрөгән айыуҙы видеоға төшөргән.

Тайыш табан аҡланға милли парк хеҙмәткәрҙәре сәскән һоло менән һыйланырға килгән.

Йәмғиәт

Республикала яңы коронавирус инфекцияһын дауалау өсөн дарыуҙар ике айға етерлек

Башҡортостанда 100 мең кешегә 163,1 кеше яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторған. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, бөгөн төбәктә сирлеләр өсөн стационарҙарҙа койка фондының 43% буш.

Йәмғиәт

Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороусылар һаны 6,6 меңдән ашҡан

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 36 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы раҫланған. Шулай итеп, пандемия башланғандан алып республикала COVID-19 йоҡтороусылар һаны 6 607-гә еткән, тип хәбәр итте Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.

Йәмғиәт

Өфө биләмәһендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре «Велосипедсы» операцияһын үткәрә

27 июлдән Өфө ҡалаһы биләмәһендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре «Велосипедсы» операцияһын үткәрә. Саралар велосипедсыларҙың юл ҡағиҙәләрен боҙоуына юл ҡуймауға һәм улар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.

Йәмғиәт

Дүшәмбе Башҡортостанда елдең көсәйеүе, ҡойма ямғыр һәм боҙ-борсаҡ көтөлә

Башҡортостанда аҙна башында елдең көсәйеүе, йәшен йәшнәүе көтөлә, тип иҫкәртә республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбе төбәктә көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана.

Йәмғиәт

Башҡортостанда пневмония менән сирләүҙең артыу сәбәптәре аталды

Июлдә Башҡортостанда йәшәүселәр араһында дауахананан тыш пневмония менән сирләүҙең артыуы күҙәтелә. Республика Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина һүҙҙәренсә, үҫеш булды, ләкин киҫкен түгел.

Йәмғиәт

Башҡортостанда 60 йәштән өлкәндәргә пневмониянан вакцина ҡуйыла

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы пневмококк вакцинаһынан 10 мең миҡдарҙа «Превенар 13» препараты бүлде. 15 авгусҡа тиклем республикала 60 йәштән өлкәндәр ошо вакцинаны алырға тейеш.

Йәмғиәт

Өфөгә 30 градуслыҡ эҫенең ҡасан әйләнеп ҡайтасағы билдәле булды

Башҡортостандың Урал аръяғында тәүлек эсендә айлыҡ яуым-төшөм нормаһынан 160% яуған. Ләкин, синоптиктар фаразы буйынса, ял көндәренә үк циклон күсә һәм республикала ямғырҙар һирәгерәк яуа башлай.

Йәмғиәт

Башҡортостандың Урал аръяғында яуым-төшөмдөң айлыҡ нормаһынан 160% яуған

Башҡортостандың Урал аръяғында яуым-төшөмдөң айлыҡ нормаһынан 160% яуған, тип хәбәр итә Башгидромет.

22 июлдә көндөҙ һәм 23-өндә төндә республикала бөтәһе 2-нән алып 82 миллиметрға тиклем яуым-төшөм яуған.

Йәмғиәт

Өфөлә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы «Трактор» махсус операцияһын уҙғара

Өфө биләмәһендә ЮХХДИ-һы хеҙмәткәрҙәре Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы менән берлектә «Трактор» махсус операцияһын уҙғара.

Йәмғиәт

Башҡортостандың 25 уҡыусыһы рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйған

Башҡортостандың 25 уҡыусыһы рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйған, тип хәбәр иттеләр Мәғариф министрлығынан. Былтыр йөҙ балға яҙылған эштәр күпкә аҙыраҡ булған – алты кеше генә иң юғары балл алған.

Йәмғиәт

Республикала парктарҙа, туҡталыштарҙа һәм башҡа ял урындарында тәмәке тартыу тыйылды

Башҡортостанда йәшәүселәргә туҡталыштарҙа һәм парктарҙа тәмәке тартыу закон менән тыйылды. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәрештәр тураһында закон көсөнә инде, уға ярашлы, бының өсөн штраф — 500 һум, ҡабаттан боҙған осраҡта 1000 һум.

Йәмғиәт

Өфөлә КПСС Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакиров исемендәге сквер булдырыла

Өфөлә Социалистик Хеҙмәт Геройы, КПСС Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакиров (1916-2004) исемендәге сквер булдырыла.

Сквер Дорофеев-Коммунистик урамдары сатында, совет дәүләт һәм партия эшмәкәре йәшәгән йорт янында урынлашҡан.

Йәмғиәт

«Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһын Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә ҡуйырға тәҡдим ителә

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе хеҙмәткәрҙәре «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһын Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә, атап әйткәндә, Беренсе Май урамы скверында, Еңеү паркына ингән урындың ҡаршыһына ҡуйыу өсөн сығыш яһаны.

Йәмғиәт

Башҡортостандың өс дауаханаһында коронавирус буйынса карантин индерелгән

Башҡортостандың өс дауаханаһында коронавирус буйынса карантин индерелгән, тип хәбәр итте Роспотребнадзор.

Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының акушер-гинекология бүлегендә 8 июлдән сикләү саралары ғәмәлдә булыуы хаҡында яҙғайны «Башинформ».

Йәмғиәт

Республикала уҡытыусыларға коронавирус шарттарында Берҙәм дәүләт имтиханында эшләгән өсөн өҫтәмә түләү индереү күҙаллана

Башҡортостанда уҡытыусылар һәм Берҙәм дәүләт имтиханын ойоштороусылар республиканан бер тапҡыр бирелә торған түләү алыуы мөмкин. Республика Мәғариф министрлығы документ проектын әҙерләй, уға ярашлы, уҡытыусылар COVID-19 таралыуы шарттарында Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыуына ҡарап, 2-нән 4 мең һумға тиклем аҡса алыуы ихтимал.

Йәмғиәт

Республика ЮХХДИ-да — кадрҙар үҙгәреше

Башҡортостан Дәүләт инспекцияһында кадрҙар үҙгәрҙе. 22 июлдә социаль селтәрҙә Башҡортостан Республикаһы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов яңы тәғәйенләү тураһында хәбәр итте.

Йәмғиәт

Башҡортостанда мәғариф министры 25 июлдә мәктәптә сығарылыш кисәләренең нисек үтәсәге хаҡында һөйләне

Шәмбе, 25 июлдә, Башҡортостанда мәктәп тамамлаусылар өсөн сығарылыш кисәләре ойошторола. Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин матбуғат конференцияһында уның нисек үтәсәге хаҡында һөйләне.

Йәмғиәт

Республикала был аҙнала ямғырлы һәм эҫе булмаған һауа торошо көтөлә

Башҡортостанда был аҙнала ямғырлы һәм эҫе булмаған һауа торошо көтөлә.

Алдағы көндәрҙә синоптиктар һауа шарттарының боҙолоуын вәғәҙәләй.

22 һәм 23 июлдә ямғыр, урыны менән йәшен, көслө ҡойма ямғыр, урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана.

Йәмғиәт

23 июлгә тиклем Башҡортостандың федераль конкурста ҡатнашҡан турпроекттары өсөн тауыш бирергә кәрәк

Башҡортостандан ике проект Рәсәйҙә туристик-рекреация кластерҙары ойоштороу, экотуризмды үҫтереү өсөн федераль конкурста ҡатнаша һәм Стратегик башланғыстар агентлығы грантына һәм профессиональ ярҙамына дәүә итә.

Йәмғиәт

Күп балалы ата-әсәләр балаларына 18 йәш тулғансы үҙҙәренә уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин

Өс һәм унан күберәк балаһы булған хеҙмәткәрҙәр өлкән балаһына 18 йәш тулғансы үҙҙәренә уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы тейешле федераль закон проектын Дәүләт Думаһына индерҙе.

Йәмғиәт

Республикала ике шәфҡәт туташын моргҡа бикләп ҡуйған Архангел үҙәк район дауаханаһының баш табибы эштән киткән

Архангел районының Үҙәк район район дауаханаһында баш табип Людмила Хәтмуллина үҙ теләге менән эштән китеү тураһында ғариза яҙған.

Был хаҡта үҙ сығанағына һылтанма менән «Медиакорсеть» баҫмаһы хәбәр итте.

Йәмғиәт

Башҡортостандан 55 табип коронавирус менән көрәштә ярҙам итеү өсөн Ҡырғыҙстанға юллана

Башҡортостандан 55 табип коронавирус инфекцияһы менән көрәштә ярҙам итеү өсөн Ҡырғыҙстанға юллана, тип хәбәр итте һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә.

Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе йәшен, ҡойма ямғыр һәм көслө ел тураһында иҫкәртә

Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн кистән башлап һәм иртәгә, 21 июлдә, көн дауамында төбәктә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, төньяҡ-көнсығышта төнгө сәғәттәрҙә ҡойма ямғыр көтөлә.

Йәмғиәт

Белорет дауаханаһының элекке баш табибы Евгений Кустовтың ниндәй вазифаға тәғәйенләнеүе билдәле булды

Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының элекке баш табибы Евгений Кустов Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта 20 июлдә «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат секретары Софья Алешина хәбәр итте.

Йәмғиәт

Республикала коронавирус таралыу 100 мең кешегә 156 осраҡ тәшкил итә

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә COVID-19 йоҡтороуҙың 41 яңы осрағы теркәлгән. Шулай итеп, сир йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны — 6 348 кеше, тип хәбәр итте республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе Максим Забелин.

Йәмғиәт

Радий Хәбиров: «Коронавирус бер ҡайҙа ла китмәне». Башҡортостанда битлек режимы һаҡлана

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 20 июлдә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә билдәләүенсә, коронавирус бер ҡайҙа ла китмәгән, төбәктә ағымдағы режим һаҡлана.

Йәмғиәт

Өфөлә 300 объект туристарға күрһәтеү исемлегенә индерелә

Өфөлә өс йөҙ объектты туристарға күрһәтеү исемлегенә индереү планлаштырыла.

Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы Өфө хакимиәтенә Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының баш ҡалала урынлашҡан әһәмиәтле тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларын исемлеккә индереү тураһында тәҡдим менән сығыш яһаны.

Йәмғиәт

Башҡортостандың ун районында дүртенсе класлы янғын хәүефе фаразлана

Башҡортостан урмандарында дүртенсе һәм бишенсе класлы янғын хәүефе фаразлана.

Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Әлшәй, Архангел, Бәләбәй, Бүздәк, Дүртөйлө, Йылайыр, Кушнаренко, Стәрлебаш, Туймазы, Саҡмағош һәм Шишмә райондары биләмәһендә дүртенсе класлы янғын хәүефе көтөлә.

Йәмғиәт

Рәсәйҙә даими рейстар менән ҡайтыусылар өсөн мотлаҡ изоляция ғәмәлдән сығарыла

Рәсәйҙә һауа бәйләнешен тергеҙеү планлаштырылған илдәрҙән даими һауа рейстары менән Рәсәй Федерацияһы биләмәһенә ҡайтыусылар өсөн 2020 йылдың 15 июленән изоляция ғәмәлдән сығарыла, тип хәбәр итте Роспотребнадзор.

Йәмғиәт

Республикала «Хәстәрлек картаһы» проекты сиктәрендә 1000 аҙыҡ-түлек йыйылмаһы таратыла

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» ирекмәндәре мохтаждарға аҙыҡ-түлек менән булышлыҡ күрһәтеүҙе дауам итә. Сираттағы ярҙам «Хәстәрлек картаһы» проекты сиктәрендә ойошторола.

Йәмғиәт

Республикала тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороуҙың 60 осрағы асыҡланған

Стопкоронавирус.рф сайтының 17 июлгә мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың йәнә 60 осрағы раҫланған. Шулай итеп, бөгөнгә республикала 6194 сирле иҫәпләнә.

Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсына һәр районда 50% кәм булмаған тораҡ пункттар йәлеп ителә

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте вице-премьеры Ленара Иванова етәкселегендә «Айыҡ ауыл 2020» республика конкурсын әҙерләү һәм уҙғарыу буйынса ойоштороу комитетының онлайн-ултырышы үтте.

Йәмғиәт

Республикала COVID-19 йоҡтороусылар 6134-кә еткән

Башҡортостанда коронавирус инфекциялы сирлеләр һаны һуңғы тәүлектә 57-гә артып, 6134-кә еткән, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында.

Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 4320 кеше һауыҡҡан, уларҙың 65-е – һуңғы тәүлектә.

Йәмғиәт

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханының тәүге һөҙөмтәләре әҙер: мәктәп тамамлаусылар 100 балл йыйған

Башҡортостандан 20 мәктәп тамамлаусы Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйған. Республиканың Мәғариф министрлығында тәүге һөҙөмтәләр иғлан ителде. Ведомствола билдәләүҙәренсә, география һәм әҙәбиәт буйынса имтихан һөҙөмтәләре уртаса балдың, юғары һәм йөҙ балға яҙылған эштәр һанының артыуын күрһәткән.

Йәмғиәт

Башҡортостанда балалар өсөн онлайн-сменалар эшен тергеҙәләр

Башҡортостанда 20 июлдән мәктәп яны һәм ҡала ситендәге лагерҙарҙың эшләй башлауын йәнә күсереүҙәре сәбәпле онлайн-сменалар асыла.

Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров хәбәр итте.

Йәмғиәт

Тәүлек эсендә Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороуҙың 63 осрағы асыҡланған

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекциялы сирлеләр һаны 63-кә артып, 6077-гә еткән, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында.

Пандемия башланғандан алып республикала 4255 кеше һауыҡҡан, уларҙың 79-ы – һуңғы тәүлектә.

Йәмғиәт

Республиканың 30-ҙан ашыу мәктәбе мультимедиалы комплекстар менән йыһазландырыла

Быйыл 32 башҡорт һәм рус теле кабинеттарын мультимедиалы комплекстар менән йыһазландыралар, тип хәбәр иттеләр республика Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Йәмғиәт
1 - 67 из 117
Начало | Пред. | 1 2 | След. | Конец
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть