Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.85

EUR 90.46

30 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Йәмғиәт

Башҡортостанда нисә йәштә COVID-19 менән йышыраҡ ауырыйҙар

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы йоҡторғандарҙың һаны 14 264-кә етте. Был хаҡта COVID-19-ға ҡаршы көрәш буйынса төбәк оператив штабы белдерҙе. Һуңғы тәүлектә сир йоҡтороуҙың 138 осрағы асыҡланған.

Йәмғиәт

Республикала ғаиләлә йәберләнгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡыҙыу бәйләнеш асыла

Башҡортостанда 30 ноябрҙә ғаиләлә йәберләнгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡыҙыу бәйләнеш асыла. «Семья» республика ресурс үҙәге һәм «Мөхәббәт» кризис үҙәге белгестәре сәғәт 11-ҙән 2-гә тиклем шылтыратҡан гүзәл заттарға үҙҙәренең кәңәштәрен бирә.

Йәмғиәт

Башҡортостанда 70 йәшлек ир менән 64 йәшлек ҡатын коронавирустың сираттағы ҡорбаны булды

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан 26 ноябрҙә ковидтан вафат булғандар тураһында хәбәр иттеләр. Бәләбәй районында йәшәгән 70 йәшлек ир яңы коронавирус инфекцияһының 77-се ҡорбаны булды.

Йәмғиәт

Республикала «Шыршы» операцияһы бара

2020 йылдың 23 ноябренән 31 декабренә тиклем Башҡортостанда йәш ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау буйынса «Шыршы-2020» оператив-иҫкәртеү операцияһы ойошторола.

Йәмғиәт

Ленара Иванова приюттарҙа тәрбиәләнгән балаларға Яңы йылға файҙалы бүләктәр бирергә саҡырҙы

Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры – хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова 26 ноябрҙә социаль селтәрҙә йыл һайын социаль приюттарҙа, балалар йорттарында тәрбиәләнгән балаларға яңы йыл бүләктәре әҙерләгән бизнес-партнёрҙарға һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт итте.

Йәмғиәт

Республикала иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һанын иҫәпләп сығарҙылар

2020 йылдың июль-сентябрь айҙарында Башҡортостан биләмәһендә 15 йәштән өлкәнерәк эшсе көстәр һаны 1,938 миллион кешегә еткән, тип хәбәр итте республика статистиктары, һайланма тикшереү мәғлүмәттәренә таянып.

Йәмғиәт

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы COVID-19 һәм пневмония менән ауырыу буйынса яңы мәғлүмәттәрҙе иғлан итте

Башҡортостандың Һаулыҡ һаулыҡ һаҡлау министрлығында пневмония һәм яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыу буйынса яңы мәғлүмәттәр иғлан ителде. Тәүлек эсендә COVID-19 йоҡтороуҙың 134 осрағы асыҡланған.

Йәмғиәт

Роспотребнадзор COVID-19 менән бәйле барлыҡ сикләүҙәрҙе 2022 йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтты

Рәсәйҙә яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймауға бәйле барлыҡ карантин һәм иҫкәртеү саралары 2022 йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтыла. Роспотребнадзор ҡарарында йәмәғәт урындарында битлек кейеү, социаль дистанцияны һаҡлау, бәйләнештә булғандар өсөн мотлаҡ изоляция кеүек сикләүҙәрҙе оҙайтыу һәм башҡалар хаҡында һүҙ бара.

Йәмғиәт

Башҡортостанда бер тәүлектә тағы 135 кеше — COVID-19, 417-һе пневмония менән ауырып киткән

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған тәүлектә республикала тағы 135 кеше коронавирус инфекцияһын йоҡторған. Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда сирлеләр 13 581 кеше тәшкил итә.

Йәмғиәт

Өфөлә Латин Америкаһында клиникалар асҡан яҡташтарыбыҙ тураһында документаль фильм күрһәтелә

Өфөлә Никарагуала һәм Гватемалала клиникалар асҡан яҡташтарыбыҙ тураһында документаль фильм күрһәтелә.

Картина «Робин Чикас» тип атала. Уны 30 ноябрҙә ҡарарға мөмкин.

Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Өфөнөң 17-се дауаханаһында COVID-19 таралыуға аңлатма бирҙе

«Өфөнөң 17-се дауаханаһында яңы коронавирус инфекцияһының таралыуы теркәлгән. Ҡайһы бер пациенттар икенсе дауаханаға күсерелгән». Кисә республика киң мәғлүмәт сараларында ошондай хәбәр баҫылып сыҡты.

Йәмғиәт

Башҡортостанда тәүлек эсендә 400-ҙән ашыу пневмония менән сирләү осрағы теркәлде

Башҡортостанда тәүлек эсендә 400-ҙән ашыу пневмония менән сирләү осрағы теркәлде. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 24 ноябргә ҡарата мәғлүмәтенә ярашлы, бер тәүлектә дауахананан тыш пневмония осрағы 411-гә етте.

Йәмғиәт

Башҡортостанда бөгөн ике меңгә яҡын кеше коронавирус менән сирләй

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы рәсми раҫланған диагноздар һаны 13 446-ға етте. Һуңғы тәүлектә 128 осраҡ асыҡланды, тип хәбәр итте республиканың COVID-19-ға ҡаршы көрәш буйынса оператив штабы.

Йәмғиәт

Өфөлә «Йәш ғаилә - 2020» конкурсы еңеүселәре билдәле булды

Өфөлә «Йәш ғаилә» ҡала конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Орджоникидзе районынан Хәсәновтар ғаиләһе еңеүсе тип танылды. Хәҙер улар конкурстың республика этабында баш ҡала намыҫын яҡларға тейеш.

Йәмғиәт

Өфөлә яңы йыл ҡаласыҡтары төҙөү өсөн боҙ әҙерләү башланды

Өфөлә яңы йыл ҡаласыҡтары төҙөү өсөн боҙ әҙерләү башланды — һалҡын көндәрҙә Өфөнөң һыу ятҡылыҡтарында 18 сантиметрлыҡ боҙ ҡатламы барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, Ленин районының торлаҡ хеҙмәттәре боҙҙо «Йылғасы» стадионы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһынан ала.

Йәмғиәт

Республика Башлығы иҫерек водителдәрҙең машиналарын тартып алырға тәҡдим итте

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаевҡа юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булғандар һанының артыуына бәйле хәлде төҙәтеү өсөн һуңғы мөмкинлек бирҙе.

Йәмғиәт

Республикала ковидҡа шик булған пациенттарға көн һайын 110 эпидбригада сыға

Башҡортостанда ковидҡа шик булған пациенттарға көн һайын 110 эпидемиологик бригада сыға. Уларҙың сирегенән аҙырағы – 25 бригада Өфөнө хеҙмәтләндерә. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.

Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы изоляция тәртибен үтәүгә контролде көсәйтергә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ведомстволарҙы изоляцияны үтәүгә контролде көсәйтергә саҡырҙы.

Уның һүҙҙәренсә, 65 йәштән өлкән граждандар өсөн изоляция режимын индереүгә ике аҙна, әммә ошо йәш категорияһында сир йоҡторғандар һаны ике процентҡа ғына кәмегән.

Йәмғиәт

Башҡортостанда COVID-19 йоҡторған 36 кеше – ауыр хәлдә, 12 пациент – үпкәне яһалма елләтеү аппаратында

Башҡортостанда тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороуҙың 124 осрағы асыҡланды. Бер тәүлектә дауахананан тыш пневмония осраҡтары һаны – 394. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 20 ноябргә мәғлүмәттәре буйынса, сирлеләрҙең дөйөм һаны 12933-кә етте.

Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡайһы бер кластар өсөн дистанцион уҡыу оҙайтылды

Башҡортостандың ҡайһы бер уҡыусылары өсөн дистанцион уҡыу оҙайтылды. Ҡарар 20 ноябрҙә яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса төбәк оператив штабы ултырышында ҡабул ителде.

Йәмғиәт

Рәсәйҙә айырылышҡан парҙарға никахты тарҡатыу тураһында таныҡлыҡ биреү туҡтатыла

Рәсәйҙә айырылышҡан парҙарға никахты тарҡатыу тураһында таныҡлыҡ биреү туҡтатыла. Документ һанлы була, тип хәбәр итте федераль киң мәғлүмәт саралары Федераль һалым хеҙмәте башлығы Даниил Егоровҡа һылтанма менән.

Йәмғиәт

Республикала синоптиктар ял көндәренә һәм киләһе аҙнаға һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостанда синоптиктар ял көндәренә һәм киләһе аҙнаға һауа торошон хәбәр итте.

Аҙна башында һалҡын үтеп ингәндән һуң, ниһайәт, республикала ошо ваҡыт өсөн ғәҙәти һауа температураһы көтөлә.

Йәмғиәт

COVID-19-ҙың тәүге дүрт билдәһе аталды

Дүрт һиҙелер-һиҙелмәҫ билдә кешенең яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуы хаҡында һөйләргә мөмкин. Улар – ашҡаҙан менән бәйле проблемалар, конъюнктивит, хәтерҙең, аҡыл һәләтенең насарайыуы һәм арыусанлыҡ.

Йәмғиәт

Башҡортостанда пандемия башланғандан алып COVID-19 йоҡтороуҙың максималь һаны теркәлде

Башҡортостанда тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороуҙың 125 яңы осрағы асыҡланды, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Был — пандемия башланғандан алып коронавирус инфекцияһын йоҡтороу һаны буйынса яңы антирекорд.

Йәмғиәт

Иғтибар, боҙло ямғыр! Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы насар һауа торошо тураһында иҫкәртә

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республиканың төньяҡ райондарында йәшәүселәрҙе насар һауа торошо – боҙло ямғыр, боҙлауыҡ хаҡында иҫкәртә.

Йәмғиәт

Башҡортостанда COVID-19 буйынса хәүеф төркөмөнә ҡараған кешеләргә робот шылтырата

Башҡортостанда COVID-19 буйынса хәүеф төркөмөнә ҡараған кешеләргә робот шылтыратып, ярҙамға мохтажмы-юҡмы икәндәрен һорай. Тәү сиратта был шәкәр диабеты менән ауырығандарға ҡағыла.

Йәмғиәт

Өфөлә йөҙҙән ашыу яңы йыл шыршыһы ҡуйыла

Өфө Яңы 2021 йылды байрам итеүгә әүҙем әҙерләнә. Мэрия мәғлүмәттәре буйынса, ҡалала өс баш ҡала, 16 район шыршыһы һәм күп фатирлы йорттарҙың ихаталарында, сауҙа предприятиелары биләмәләрендә 90-ға яҡын шыршы ҡуйыу күҙаллана.

Йәмғиәт

Башҡортостанда социаль дистанция талаптарына бәйле яңы йыл ҡаласыҡтарын күберәк төҙөйҙәр

Асыҡ һауалағы байрам йәки халыҡтың күпләп йыйылыуына нисек юл ҡуймаҫҡа. 18 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев муниципаль берәмек хакимиәттәре башлыҡтары менән видеоконференцбәйләнеш режимында яңы йыл саралары темаһын тикшерҙе.

Йәмғиәт

Өфө — Аэропорт трассаһында тиҙлекте сикләгән яңы билдәләр ҡуйылды

Өфө — Аэропорт трассаһында тиҙлекте сикләү билдәләре алмаштырылды. Был хаҡта баш ҡала хакимиәтенән хәбәр иттеләр. Шулай итеп, автомобиль юлында тиҙлек режимы сәғәтенә 80 саҡрымдан 60-ҡа тиклем кәметелде.

Йәмғиәт

Башҡорт бауырһағы «Рәсәй тәмдәре» конкурсында ҡатнаша, үҙебеҙҙең брендтар өсөн тауыш бирергә мөмкин

Төбәк брендтарының «Рәсәй тәмдәре» беренсе милли конкурсына Башҡортостандан 26 ғариза ебәрелде, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.

Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа температураһы 23 градусҡаса түбәнәйә

Республика синоптиктары 19 һәм 20 ноябргә һауа торошон хәбәр итте.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, кесаҙна, 19 ноябрҙә, республикала урыны менән боҙлауыҡ булыуы фаразлана, юлдарҙың айырым участкалары тайғаҡ.

Йәмғиәт

Башҡортостанда яңы ер законын контролдә тотоу буйынса эшсе төркөм булдырылды

Башҡортостанда дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары араһында дәүләт милке сикләнмәгән ер биләмәләрен биреү буйынса вәкәләттәрҙе бүлеү тураһында ҡануниәттең үтәлешен күҙәтеү буйынса эшсе төркөм булдырылды.

Йәмғиәт

Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркына 20 метрлыҡ шыршы ҡуйылды

17 ноябрҙә Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркына 20 метрлыҡ шыршы ҡуйылды. Ул Нуриман районынан килтерелгән.

«Урман ҡупшыҡайын Өфөгә махсус техника һәм кран ярҙамында алып килдек, — тип һөйләне «Сипайлово» муниципаль бюджет учреждениеһы начальнигы урынбаҫары Ильмир Шәймәрҙәнов.

Йәмғиәт

Тәүлек эсендә +121: республикала COVID-19 йоҡтороу буйынса антирекорд ҡуйылды

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороу буйынса яңы антирекорд ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Бер тәүлектә сирлеләр 121-гә артып, 12 565-кә етте.

Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе яҡынлашып килгән һалҡындар тураһында иҫкәрттеләр

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда йәшәүселәрҙе яҡынлашып килгән һалҡындар тураһында иҫкәртте. Шаршамбы, 18 ноябрҙә, республикала һауа температураһының минус 19 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә.

Йәмғиәт

Республикала ҡаҙ өмәләре башланды

Башҡортостан райондарында ҡаҙ өмәләре башланды. Ауыл халҡы ҡош-ҡорт һуя, мендәр-түшәктәр өсөн мамыҡ әҙерләй.

«Әгәр элекке йылдарҙа ҡаҙ өмәһен декабрҙә көслө һалҡындар башланғас билдәләһәләр, быйыл иһә ҡош киҙеүе янауы сәбәпле иртәрәк башланылар.

Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы: антибиотиктар ҡулланыу коронавирусҡа йоғонто яһамай

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында республикала йәшәүселәрҙе антибиотиктар ҡулланыуҙың коронавирусҡа тәьҫир итмәүе тураһында иҫкәрттеләр.

Йәмғиәт

Республикала 1,5 миллион самаһы кеше – халыҡтың 36,5% гриптан прививка яһатҡан

Роспотребнадзорҙың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда республика халҡының 36,5% гриптан прививка яһатҡан.

Әлеге ваҡытта республика биләмәһендә миҙгелгә бәйле киҫкен респиратор ауырыуҙарҙың артыуы теркәлә.

Йәмғиәт

Ҡаҙағстанда Башҡортостан вәкиллеге ойошторола

Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нур-Солтанда йәнә Башҡортостан вәкиллеге асыла. Уны ойоштороу буйынса эш тураһында бөгөн Ҡаҙағстандың рәсми делегацияһы менән осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Йәмғиәт
1 - 54 из 104
Начало | Пред. | 1 2 | След. | Конец
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть