Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.85

EUR 90.46

30 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Сәйәсәт

Өфөлә «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы» уҙғарыла

Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы вәкиле Мария Захарова 8-11 декабрҙә Өфөлә «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы» ойошторолоуы тураһында иғлан итте.

«Бер нисә форум онлайн һәм офлайн форматында була.

Сәйәсәт

Быйыл Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы 17 декабрҙә була

Рәсәй президенты Владимир Путин йомғаҡлау матбуғат конференцияһын 17 декабрҙә үткәрә. Был хаҡта бөгөн Кремлдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

«Ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле был юлы матбуғат конференцияһы видеоконференция режимында уҙғарыла.

Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе

Республика Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник сирлеләр өсөн индерелгән мотлаҡ изоляция тәртибе 10-ынан 23 ноябргә һәм 24-енән 30 ноябргә тиклем билдәләнә.

Сәйәсәт

Кадрҙар проекты еңеүсеһе Башҡортостандың Транспорт министрлығында етәксе вазифаһына тәғәйенләнде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 17 ноябрҙә Айрат Сабировты транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Сәйәсәт

Башҡортостанға һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын үҫтереү өсөн 15 миллиард һум бүленә

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ғариза тапшырыу кампанияһын уңышлы үткәрҙе. Шуға 2024 йылға тиклем беренсел медицина звеноһын үҫтереү өсөн федераль бюджеттан 15 миллиард һум бүленә.

Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы ҡасан яңы йыл сикләүҙәре тураһында ҡарар ҡабул ителәсәген әйтте

Аҙна һуңына тиклем Башҡортостан Хөкүмәте COVID-19 таралыу шарттарында республиканың Яңы йылды нисек ҡаршы аласағы тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш. Был хаҡта дүшәмбе республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе.

Сәйәсәт

Стәрлетамаҡ мэры тәғәйенләнде

Стәрлетамаҡта 12 ноябрҙә бишенсе саҡырылыш ҡала округы Советының IV ултырышында депутаттар ҡала мэры вазифаһына Владимир Куликовтың кандидатураһын бер тауыштан хупланы.

Сәйәсәт

Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы быйыл тура бәйләнеш элементтары менән уҙғарыла

Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҙур матбуғат конфренцияһы быйыл «үҙенсәлекле форматта», тура бәйләнеш элементтары менән ойошторола, тип хәбәр итте дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков журналистарға.

Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы йыл байрамдарына сикләүҙәр индерә

Радий Хәбиров яңы йыл байрамдарына сикләүҙәр тураһында ҡарар ҡабул итте. Улар республикала яңы коронавирус инфекцияһы буйынса санитар-эпидемиологик хәл менән бәйле, тип хәбәр итте «Подслушано в Башкирии» телеграм-каналы Башҡортостан етәксеһе хакимиәтендәге сығанаҡҡа һылтанма менән.

Сәйәсәт

Салауат мэры һәм уның хәләл ефете COVID-19 менән сирләй

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Миронов социаль селтәрҙә күңелһеҙ хәбәр менән уртаҡлашты.

«Коронавирусҡа анализ һөҙөмтәләре килде. Нимә әйтә алам? COVID-19 беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәне – минең һәм Таняның һөҙөмтәләре ыңғай.

Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин плазма тапшырҙы

Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин плазма тапшырҙы. Кисә ул Республика ҡан ҡойоу станцияһына барҙы.

Сәфәр барышында Александр Сидякин плазма доноры булды, шулай уҡ учреждениеның эше менән танышты.

Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен йыл һайын 10 ноябрҙә билдәләнгән һөнәри байрамы менән ҡотланы.

Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә яҙыуынса, хатта үҙенә ныҡ ышанған кешеләр ҙә хәүеф янаған мәлдә шунда уҡ полицияны ярҙамға саҡыра.

Сәйәсәт

Башҡортостанда хаҡлы ялдағылар өсөн мотлаҡ изоляция тәртибе индерелә

10 ноябрҙән республикала 65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник ауырыуҙарҙан яфаланғандар өсөн мотлаҡ изоляция режимы башлана. Бөгөн «COVID-2019 таралыу хәүефенә бәйле Башҡортостан биләмәһендә «Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында»ғы указға тейешле үҙгәрештәр индерелә.

Сәйәсәт

Ҡариҙел районында – яңы башлыҡ

6 ноябрҙә Башҡортостандың Ҡариҙел районы Советы депутаттары муниципалитеттың яңы башлығын вазифаға раҫланы. Халыҡ һайланыусылары район хакимиәте етәксеһенең элекке урынбаҫары Айҙар Шәйҙуллиндың кандидатураһын бер тауыштан хупланы.

Сәйәсәт

Фәнүр Йәғәфәров медиахолдинг етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Фәнүр Йәғәфәров «Башинформ» мәғлүмәт агентлығын, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһын, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһын берләштергән медиахолдинг етәксеһе итеп тәғәйенләнде.

Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы йәнә бөтәһенә лә өйҙән эшләүгә күсергә тәҡдим итте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәнә предприятиеларға һәм ойошмаларға хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләү режимына күсерергә тәҡдим итте.

«Кемгә бойора алмайым, шуларға ҡағыла: предприятиеларҙың күпселеген ситтән тороп эшләүгә күсерергә кәрәк, айырыуса өлкән йәштәгеләрҙе, хроник ауырыуҙарҙан яфаланғандарҙы.

Сәйәсәт
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть