Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.13

EUR 86.99

2 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Иҡтисад

Башҡортостанда туристар ағымын йәлеп итеү өсөн электрон ваҡиғалар календары әҙерләнде

Башҡортостанда электрон ваҡиғалар календары әҙерләнә.

31 майға мәғлүмәттәр буйынса, унда республиканың 48 районынан 218 сара.

Селтәрҙә календарҙы июндә баҫтырып сығарыу планлаштырыла, тип хәбәр итте Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова.

Иҡтисад

Уҡыусыларға 10 мең һум түләүгә ғаризалар ҡабул итеү июль уртаһында башлана

Мәктәп йәшендәге балаларға 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсаға ғаризаларҙы июль уртаһында ҡабул итә башлайҙар. Был турала Рәсәҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Баталина хәбәр итте.

Иҡтисад

Республикала мал аҙығы әҙерләүгә ғәҙәттәгенән ике аҙнаға алдараҡ төштөләр

Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләү ғәҙәттәгенән ике аҙнаға алдараҡ башланды. Май айының аномаль эҫе тороуы культураларҙың иртә өлгөрөүенә килтерҙе. Республика ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәшел масса аҙ ғына сыҡһа ла, үләнде саба башларға кәрәк.

Иҡтисад

Өфөлә «Терра Башҡортостан» турнирын уҙғарыу өсөн 1,36 миллион һум бүленә

Өфөлә «Терра Башҡортостан» турнирын уҙғарыу өсөн 1,36 миллион һум бүленә. Был хаҡта мәғлүмәт дәүләт һатып алыуҙары сайтында баҫылған. Заказсы – «Аҡбуҙат» йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенция үҙәге.

Иҡтисад

Республикала аҙыҡ-түлек кәрзине ҡиммәтләнде

Республикала ҡиммәтләнгән аҙыҡ-түлек исемлегендә кишер, кәбеҫтә һәм картуф тәүге урында тора, тип белдерҙеләр Башстатта.

Башҡортостанда хаҡ күбеһенсә кишергә артҡан – 11,6 процентҡа, бер килограмы — 58 һум.

Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы йыуыу сараларын етештереү һәм яңы газ торбаһы эшенә старт бирҙе

Илдә билдәле экспозицияларҙың береһе – «Газ. Нефть. Технологиялар» халыҡ-ара күргәҙмәһе Башҡортостандың баш ҡалаһында 29-сы тапҡыр үткәрелә һәм бөгөн йәнә тармаҡтың төп компанияларын бергә йыйҙы.

Иҡтисад

Өфөлә көндәрҙең ныҡ эҫе тороуы сәбәпле ауыр йөк машиналарының хәрәкәте сикләнә

2021 йылдың 25 майынан 31 авгусына тиклем Өфөлә ауыр йөк ташыған транспорт хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә. Һауа температураһы 32 градустан юғары булһа, урындағы әһәмиәттәге дөйөм файҙаланыштағы юлдарҙа сикләү индерелергә тейеш.

Иҡтисад

Республиканың биш районында Баҫыу көндәре уҙғарыла

«Баҫыу көнө — 2021» зона семинар-кәңәшмәләренә әҙерлек барышында биш районда үҫемлекселек буйынса күрһәтмә майҙансыҡтар әҙерләнә.

«Баҫыу көнө» — тәжрибә уртаҡлашыу, яңы һөнәри белем алыу, ауыл хужалығы етештереү өлкәһендә алдынғы тәжрибәне таратыу, алдынғы технологияларға иғтибарҙы йәлеп итеү, яңы ауыл хужалығы культураларын үҫтереү алымдары менән танышыу өсөн яҡшы майҙансыҡ.

Иҡтисад

Өфөлә көньяҡтан ингән урында юл уҡыу йылы башланырҙан алдараҡ асыла

Өфөлә көньяҡтан ингән урында юл уҡыу йылы башланырҙан алдараҡ асыла. Бынан алда 1 сентябрҙә асыу планлаштырылғайны. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров объектты тикшереп сыҡты.

Иҡтисад

Башҡортостанда райондарҙың береһе яҙғы культураларҙы сәсеүҙе тамамланы

Илеш районы сәсеү кампанияһын тамамланы, унда 74 мең гектар яҙғы культуралар сәселде. Ауырғазы, Стәрлебаш, Кушнаренко, Дәүләкән, Ҡалтасы, Тәтешле һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында һуңғы гектарҙарҙа сәсеү эштәре бара (план 97-99% үтәлгән).

Иҡтисад

31 майҙан Өфө – Минск тура рейстары башлана

Тәүге тапҡыр Өфөнән Минскиға тура рейстар асыла. Осоштарҙы «Белавиа» авиакомпанияһы башҡара. Аэропорттың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, рейсҡа 76 пассажир һыйҙырышлы Embraer-175 самолеты сыға.

Иҡтисад

Дымдың етешмәүе игендең уңышына кире йоғонто яһауы ихтимал: Ауыл хужалығы министрлығы

Республиканың ауыл хужалығы өсөн һауа шарттары әлегә бик уңайлы түгел. Дымдың етешмәүе уңышҡа кире йоғонто яһауы мөмкин. Хәҙер күп нәмә эште дөрөҫ ойоштороуға бәйле.

Иҡтисад

Республика аграрийҙары миллион ярым гектарҙан ашыу яҙғы культуралар сәсте

Башҡортостан аграрийҙары 17 майға яҙғы культуралар өсөн тәғәйенләнгән майҙандарҙың 78 проценттан ашыуын сәскән, был 1 миллион 580 мең гектар. Атап әйткәндә, 1 миллион 73 мең гектар – (пландан 78,4 %) бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлылар, 295 мең гектар(86,3%) — май бирә торған үҫемлектәр, 131,3 мең гектар (65%) мал аҙығы культуралар сәселгән.

Иҡтисад

«Башҡортостан» ТРК ДУП-һын хосусилаштырыуға әҙерләйҙәр

«Башҡортостан» ТРК ДУП-һын өс телеканал һәм өс радиостанция менән хосусилаштырыуға әҙерләйҙәр. Был 2020 йылға билдәләнгәйне. Шулай уҡ былтыр «Алексеевка», «Рощинский» совхоздары, «Башсельхозтехника» кеүек ҙур һәм әһәмиәтле дәүләт предприятиелары буйынса ла процедуралар планлаштырылғайны, тип белдерҙе Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы башлығы Наталья Полянская Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Бюджет һәм һалым сәйәсәте комитеты ултырышында.

Иҡтисад

Рәсәйҙә әсәлек капиталын ҡулланыуҙы киңәйтеүҙәре ихтимал

Рәсәйҙә әсәлек капиталын ҡулланыуҙы киңәйтеүҙәре ихтимал. Рәсәй Федерацияһы вице-премьеры Татьяна Голикова бала тыуғас та әсәлек капиталын үҙаллы йорт һалыу һәм йортто төҙөкләндереү, шулай уҡ лицензияһы булған шәхси эшҡыуарҙарҙа белем биреү хеҙмәттәре өсөн файҙаланыу мөмкинлеген тәҡдим итте.

Иҡтисад

Башҡортостанда майҙандарҙың 66,5 процентында яҙғы сәсеү тамамланды

Башҡортостанда сәсеү кампанияһы тамамланыу алдында. 14 майға республика игенселәре 1,34 миллион гектар яҙғы культуралар сәскән. Был 66,5 процент, йәки кәм тигәндә бөтә күләмдең өстән ике өлөшө.

Иҡтисад

«Һуңғы ҡыңғырау» көнөндә республикала алкоголь һатылмай

22 майҙа, «Һуңғы ҡыңғырау» көнөндә, Башҡортостанда алкоголь һатылмай, тип хәбәр иттеләр республика Сауҙа министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

«Һуңғы ҡыңғырау» көнөндә республикала хәмер һатыу тыйылған.

Иҡтисад

Республикала яҙғы культуралар өсөн планлаштырылған майҙандарҙың 55% сәселде

Республикала сәсеү кампанияһы «экватор»ҙы үтте: 12 майға планлаштырылған майҙандарҙың яртыһынан күберәгенә сәселгән. «Һауа торошо һәйбәт булғас, баҫыу эштәренең темпы һуңғы көндләрҙә ярайһы уҡ юғары.

Иҡтисад

Республика аграрийҙарына 9,5 миллиард һумлыҡ льготалы кредит хупланды

Башҡортостан аграрийҙарына дөйөм суммаһы 9,5 миллиард һумға льготалы ҡыҫҡа сроклы кредитлауға 300-гә яҡын ғариза хупланған, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.

Иҡтисад
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть