Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.56

EUR 85.46

20 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Иҡтисад

Башҡортостанда киндер майы етештереү заводы һәм соя эшкәртеү комплексы төҙөлә

«Башхемп-Агро» йәмғиәтенең генераль директоры Эдуард Рамазанов «Инвестиция сәғәте» ултырышында Кушнаренко районында киндер майы, орлоғо һәм башҡа экологик яҡтан таҙа продукция етештереү заводы төҙөү ниәте тураһында һөйләне.

Иҡтисад

1 майҙа өфөләрҙе «Барыһы ла баҡса өсөн» йәрминкәләренә саҡыралар

Башҡортостандың баш ҡалаһында 1 майҙа «Барыһы ла баҡса өсөн» йәрминкәләре була, тип хәбәр иттеләр мэрияның матбуғат хеҙмәтенән.

Үҫентеләр менән һатыу итеү ике майҙансыҡта ойошторола:

— Дим районында Хәҡиҡәт урамында — Таллин урамынан Ухтомскийға тиклем;

Иҡтисад

Республика властары эшһеҙҙәр һанын икеләтә кәметергә йыйына

2021 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостанда рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һанын 35-36 мең кешегә тиклем кәметеү күҙаллана. Был турала бөгөн «Хеҙмәт баҙары & Коронавирус: кем кемде?» матбуғат конференцияһында республика ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников хәбәр итте.

Иҡтисад

Республикала май байрамдарында пенсия таратыу графигы билдәләнде

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе май каникулдарында пенсия таратыу графигын хәбәр итте.

Рәсәй Пенсия фондында белдереүҙәренсә, майҙа пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр графикка ярашлы – 3 майҙан таратыла.

Иҡтисад

Республика ғаиләләренә әсәлек капиталынан айлыҡ түләү ваҡытынан алда бирелә

Алдағы май байрамдарына бәйле май айы өсөн әсәлек капиталынан айлыҡ түләү ваҡытынан алда, 29 апрелдә, күсерелә. Был турала Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенән хәбәр иттеләр.

Иҡтисад

Республикала автомобилдәрҙе эвакуациялау һәм штраф туҡталҡаһында һаҡлау хаҡы арта

Башҡортостанда автомобилдәрҙе мәжбүри эвакуациялау һәм уларҙы штраф туҡталҡаһында һаҡлау хаҡы арта. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа уҙған түңәрәк өҫтәлдә ошо хаҡта белдерелде.

Иҡтисад

Башҡортостан асыҡ һауала музей булдырыу өсөн 3 гектарҙан ашыу ер алды

Дәүләт милке менән идара буйынса федераль агентлыҡ асыҡ һауала архитектура-этнография музейын булдырыу өсөн майҙаны 3 гектарҙан ашыу ер участкаһын Башҡортостан милкенә тапшырҙы.

Иҡтисад

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында 4 майҙан 7-һенә тиклем эш хаҡын түләү тәртибе тураһында һөйләнеләр

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында 4 майҙан 7-һенә тиклем эш хаҡын түләү тәртибе тураһында һөйләнеләр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй президенты был көндәрҙә эшләмәү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Иҡтисад

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы аталды

Башҡортостанда 2021 йылдың ғинуар-февраль айҙарында ойошма хеҙмәткәрҙәренә иҫәпләнгән уртаса айлыҡ эш хаҡы 37 448 һум тәшкил иткән. Был бер йыл элекке менән сағыштырғанда 5,2 процентҡа күберәк, тип хәбәр иттеләр республика статистиктары.

Иҡтисад

Башҡортостанда 23 район бөртөклө культураларҙы сәсеүгә төштө

Быйыл Башҡортостан аграрийҙарына 2 миллион 14 мең гектар ерҙә яҙғы культуралар сәсергә кәрәк. Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов бөгөн оператив кәңәшмәлә быйыл бөртөклө культураларҙың төрлө ваҡытта (иртә, урта һәм һуң) сәсеүҙәре тураһында һөйләне.

Иҡтисад

Берәҙәк хайуандар һанын көйләүҙең төп ысулы – стерилләштереү: ветеринарҙар

Башҡортостанда ветеринарҙар эттәрҙе стерилләштерергә саҡырҙы, сөнки был – хайуандар һанын көйләүҙең төп ысулы. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ойошторған хужаһыҙ хайуандар проблемаһы тураһында түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығының бүлек етәксеһе Линар Йыһаншин шундай фекер белдерҙе.

Иҡтисад

Республикала йәшәү минимумы яңыса иҫәпләнә

Башҡортостанда йәшәү минимумы дәүмәлен яңыса иҫәпләү тәртибе билдәләнә. Ул хәҙерге кеүек ҡулланыусылар кәрзине нигеҙендә түгел, ә территориаль коэффициентҡа төҙәтмә менән Рәсәйҙә йән башына йәшәү минимумы дәүмәленән сығып иҫәпләнә.

Иҡтисад

Башҡортостан властары республика райондарында һәм ҡалаларында торлаҡҡа хаҡтарҙы раҫланы

Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы 2021 йылдың II кварталына ҡалаларҙа һәм муниципалитеттарҙа дөйөм торлаҡ майҙанының бер квадрат метрының уртаса баҙар хаҡын раҫланы.

Иҡтисад

Радий Хәбиров: «Газпром» – иң ышаныслы партнерҙарыбыҙҙың береһе

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Газпром» йәмғиәте идараһы рәйесе Олег Аксютин менән осрашты. Яҡтар компанияның республика менән үҙ-ара эш итеүен нығытыуҙы, шулай уҡ «Газпром» объекттарында Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә (Ростехтың берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһына инә) етештерелгән АЛ-31СТ двигателен ҡулланыуҙы киңәйтеү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Иҡтисад

Апрелдә ветерандарға пенсия менән бергә Еңеү көнөнә аҡса түләнә

Апрелдә ветерандарға пенсия менән бергә Еңеү көнө уңайынан 10 000 мең һум аҡса түләнә. Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда түләүгә 166 инвалид һәм 479 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы иҫәп тота ала.

Иҡтисад

2021 йылда республиканың йәмәғәт ойошмалары ниндәй ярҙам аласағы билдәле булды

2021 йылда Башҡортостандың йәмәғәт ойошмалары ниндәй ярҙам аласағы билдәле булды.

Республика хөкүмәтенең 12 апрелдәге бойороғо менән 2021 йылда дәүләт субсидияһына дәғүә иткән конкурс еңеүселәренең – йәмәғәт ойошмаларының исемлеге раҫланды.

Иҡтисад

Республикала халыҡты авариялы торлаҡтан күсереү программаһын ваҡытынан алда тамамлауҙары ихтимал

Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артём Ковшов республикала Халыҡты авариялы торлаҡтан күсереү федераль программаһын ваҡытынан алда тамамланыу ихтималлығын белдерҙе.

Иҡтисад

Бер аҙнала республикала ниндәй аҙыҡ түлек ҡиммәтләнгән – статистика

Башҡортостан статистиктары бер аҙнала республикала ниндәй аҙыҡ-түлеккә хаҡ артҡанын хәбәр итте.

Башстаттың һайланма мониторингы мәғлүмәттәренә ярашлы, бер аҙнала, 29 марттан 5 апрелгә тиклем, картуф 6% ҡиммәтләнгән.

Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй сәнәғәт форумы асылды

Бөгөн Өфөлә 20-се Рәсәй сәнәғәт форумы үҙ эшен башланы. Күләмле күргәҙмә экспозицияһында илдең 12 төбәгенән, шул иҫәптән Башҡортостандан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Мәскәү, Ленинград, Рязань, Һамар, Тверь, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Татарстандан һәм Удмурт Республикаһынан 130-ға яҡын компания ҡатнаша.

Иҡтисад

Башҡортостанда беренсе кварталда ауыл ипотекаһының былтырғы күләменең яртыһына тиерлек өлгәшелгән

Башҡортостан льготалы ауыл ипотекаһы программаһында беренсе урында. Дөйөм алғанда, илдә күпселек килешеүҙәр Волга буйы федераль округында төҙөлә, тип белдерҙеләр Росреестрҙа.

Иҡтисад

Башҡортостанда махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә инеү хаҡтары раҫланды

Башҡортостанда махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә инеү хаҡтары раҫланды. Хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған тейешле ҡарарға Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.

Иҡтисад

Республика ил төбәктәре араһында ярлылыҡ кимәле буйынса 26-сы урынды биләй

Башҡортостан Республикаһы Рәсәй субъекттары араһында ярлылыҡ кимәле буйынса — 26-сы, 2019 йыл йомғаҡтары буйынса Волга буйы федераль округында Татарстандан (6,9%) һәм Түбәнге Новгород өлкәһенән (9,5%) ҡала өсөнсө урынды биләй.

Иҡтисад

Республиканың туғыҙ ҡалаһы уңайлы мөхит булдырылған ҡалалар исемлегенә инде

Ағиҙел, Бәләбәй, Дүртөйлө, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Өфө, Яңауыл Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының уңайлы ҡала мөхите булдырылған ҡалалар исемлегенә инде.

Иҡтисад

Радий Хәбиров: Хәҙер Ҡуштау тураһында мәсьәлә тулыһынса ябылды

Республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй 24 телеканалына Рәсәй президенты Владимир Путиндың «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте акцияларының 38,3% Башҡортостан Республикаһы милкенә, шулай уҡ 11,7% плюс бер акцияны ышаныслы идараға тапшырыу тураһында ҡарарына аңлатма бирҙе.

Иҡтисад

Путин «Башҡортостан сода компанияһы»ның 50% + 1 акцияһын Башҡортостанға тапшырҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Башҡортостан сода компанияһы» йәмғиәте акцияларының 38,3% — Башҡортостан Республикаһы милкенә, шулай уҡ 11,7% плюс бер акцияны ышаныслы идараға тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул итте.

Иҡтисад
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть