Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.81

EUR 89.66

27 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Иҡтисад

Башҡортостанға өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға түләү өсөн 660 миллион бүленде

Рәсәй Хөкүмәте балаларға түләү өсөн тағы 18,4 миллиард һум бүлде. Бойороҡҡа ил хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Республикаһына өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр өсөн 660 миллион һум бүленде.

Иҡтисад

1 августан республика пенсионерҙарының пенсияһы арттырыла

1 августан эшләп йөрөгән пенсионерҙар арттырылған пенсия ала башлай, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенән.

«Ҡартлыҡ, инвалидлыҡ, ҡараусыһын юғалтыу осрағы буйынса страховка пенсияһын алыусылар страховка пенсияһын яңынан иҫәпләтергә хоҡуҡлы.

Иҡтисад

Республиканың Мәҙәниәт министрлығы йәмәғәт һәм дәүләт ойошмаларынан субсидияға ғаризалар ҡабул итә

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы 2021 йылда дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә ғаризалар ҡабул итеү тураһында иғлан итте. Сәнғәт һәм мәҙәниәт, милли, дәүләт-конфессия һәм ижтимағи-сәйәси мөнәсәбәттәр өлкәһендә ижтимағи әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған йәмәғәт һәм дәүләт ойошмалары субсидия алырға хоҡуҡлы.

Иҡтисад

Бөрөлә, Бәләбәйҙә һәм Ишембайҙа йәмәғәт киңлектәрен асыу ваҡыты аталды

Башҡортостанда көҙ көнө Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу өсөн иң яҡшы проекттар конкурсы гранттарына төҙөкләндерелгән өс ҡала биләмәһе асылыуы ихтимал.

Иҡтисад

Республикала ирекмәндәргә түләү тураһында закон көсөнә инде

Республикала «Башҡортостан Республикаһында хәйриә һәм ирекмәндәр эшмәкәрлегенә дәүләт ярҙамы тураһында» законға төҙәтмәләр көсөнә инде.

Хәҙер ирекмәндәр ғүмер йәки һаулыҡ өсөн хәүеф менән бәйле хәлдәрҙә аҡсалата компенсацияға иҫәп тота ала.

Иҡтисад

Стәрлетамаҡта ысын башҡорт балын һатып алырға мөмкин булған ҡушымта әҙерләгәндәр

Әлеге көндә Рәсәйҙә 250 мең тонна самаһы башҡорт балы һатыла, ә республикала, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 5-6 тонна етештерелә. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы программистары әҙерләгән «Башҡорт бал ҡорто» ҡушымтаһы ялған бал һатып алмаҫҡа ярҙам итә.

Иҡтисад

Республика властары биш дәүләт предприятиеһын һатырға йыйына

Биш предприятие һәм өс күсемһеҙ милек объекты 2023 йылға тиклем Башҡортостандың дәүләт милкен хосусилаштырыу планына индерелә. Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы хөкүмәттең тейешле ҡарар проектын баҫтырып сығарҙы.

Иҡтисад

Рәсәйҙә туристарға сәйәхәт өсөн тотонолған аҡсаның бер өлөшөн кире ҡайтаралар

Рәсәй буйлап сәйәхәт иткән туристар сәйәхәт өсөн тотонолған аҡсаның бер өлөшөн кире ҡайтарыуға иҫәп тота ала.

Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Иҡтисад

Радий Хәбиров: Уҡыусыларыбыҙҙың өҫтәлендә Башҡортостан йәшелсәһе, емеш-еләге булырға тейеш

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Шишмә районы буйлап эш сәфәре барышында урындағы емеш-еләк питомнигы эшмәкәрлеге, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү пландары менән танышты һәм «Ауыл сәғәте»н үткәрҙе.

Иҡтисад

Башҡортостанда тағы бер дауахана хеҙмәткәрҙәре коронавирус менән эшләгән өсөн аҡса алды

Башҡортостанда тағы бер дауахана хеҙмәткәрҙәре прокуратура ҡыҫылғандан һуң коронавируслы пациенттар менән эшләгән өсөн аҡса алды.

Дүртөйлө район-ара прокуратураһы үҙәк район дауаханаһы медицина хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡтарын үтәүҙе тикшерҙе.

Иҡтисад

Башҡортостандың Ауырғазы районында хаҡы 4,5 миллиард һумлыҡ һөтсөлөк фермаһы төҙөлә

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ауырғазы районына барҙы. Бында республика етәксеһе «Урожай» компаниялар төркөмөнөң инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты.

Иҡтисад

Башҡортостан хужалыҡтары рапс һәм соя үҫтергән өсөн субсидия алырға мөмкин

Башҡортостан предприятиелары рапс һәм соя етештергән өсөн федераль субсидия алырға мөмкин. Республика ошо культураларҙы үҫтергән 39 төбәк иҫәбенә инде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан.

Иҡтисад

Бөгөн Өфө моторҙар эшләү берекмәһе 95 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Бөгөн Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә («Ростех» дәүләт корпорацияһының Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһына инә) 95 йыл тула. Предприятие — Рәсәйҙә газ турбинаһы двигателдәрен етештереүсе иң ҙур предприятие.

Иҡтисад

Өфөлә «Ростех» дәүләт корпорацияһы авиация кластерының һөнәри белем үҙәге төҙөлә

Өфөлә «Ростех» дәүләт корпорацияһы авиация кластерының һөнәри белем үҙәге төҙөлә башлай. Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең 95 йыллығын билдәләргә килгән ҡунаҡтар ҡатнашлығында ошо эштәргә старт бирелә.

Иҡтисад

Республика аграрийҙары миллион тонна сенаж әҙерләгән

Башҡортостанда ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү дауам итә. 14 июлгә 1 миллион 9 мең тонна сенаж һалынған, йәки мал аҙығының ошо төрөнә ихтыяждан 67%. Сағыштырыу өсөн, былтыр шул көнгә 678 мең тонна әҙерләнгән.

Иҡтисад

1 октябрҙән социаль пособиелар «МИР» картаһына ғына күсерелә - Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы

1 октябрҙән социаль пособиелар «МИР» картаһына ғына күсерелә, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында.

Был яңылыҡ социаль пособие алыусыларҙың һәммәһенә лә ҡағыла.

Иҡтисад

Башҡортостанда беренсе «Баҫыу көнө» ужым культураларына арнала

Быйыл тәүге «Баҫыу көнө» 16 һәм 17 июлдә Шишмә районында уҙғарыла. Семинар-кәңәшмәне ужым культураларына арнарға хәл ителде, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында: «Сарала ошо теманы тикшереү бик дөрөҫ, сөнки урып-йыйыу кампанияһы тап ужым ашлығын урыуҙан башлана».

Иҡтисад

Республикала урып-йыйыу кампанияһы башланды

Башҡортостандың бер нисә районында ураҡ башланды, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығынан.

«Республикала ҡайһы бер райондарҙың аграрийҙары шипкән, борсаҡ һәм ужым арышын йыйыуға төштө, — тип белдерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Иҡтисад

Башҡортостан бизнесҡа административ баҫым индексында позицияларын 27 пунктҡа яҡшыртты

Башҡортостан бизнесҡа административ баҫым индексында Рәсәй төбәктәре араһында 38-се урындан 11-гә күтәрелде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында барған «Бизнесты яҡлау: G2B.

Иҡтисад

Башҡортостанда һунарсылыҡ хужалыҡтарын үҫтерергә мөмкинлек биргән закон ҡабул ителә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары тәүге уҡыуҙа «Һунар һәм һунарсылыҡ ресурстарын һаҡлау тураһында» һәм «Йәнлектәр донъяһы тураһында» республика закондарына үҙгәрештәр индерҙе.

Иҡтисад

Өфөлә эҫе булыуы сәбәпле йөк автотранспорты хәрәкәте өсөн ваҡытлыса сикләү индерелде

9 июлдән 31 авгусҡаса Өфөлә көндөҙгө һауа температураһы 32 градустан юғары булған саҡта йөк автотранспорты хәрәкәте өсөн ваҡытлыса сикләү индерелә. Был осорҙа киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем хәрәкәт итеү рөхсәт ителә.

Иҡтисад

Республика шифаханалары июлдә иң популяр 10 ял итеү урыны исемлегенә инде

Башҡортостан юғары туристик миҙгелдә иң популяр 10 ял итеү урыны исемлегенә инде, тип хәбәр итте ТурСтат. «Рәсәй шифаханалары.рф» сервисы мәғлүмәттәре буйынса, тәүге унау иҫәбендә – Ҡырым, Сочи, Анапа, Кисловодск, Ессентуки, Геленджик, Пятигорск, Железноводск, Башҡортостан һәм Мәскәү өлкәһе.

Иҡтисад

Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләү тамамлана: майҙандарҙың 82 процентында күп йыллыҡ үлән сабылған

Башҡортостан аграрийҙары мал аҙығы әҙерләүҙе тамамлай. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 7 июлгә 367 мең гектар күп йыллыҡ үлән сабылған, йәки бөтә майҙандарҙың 82 проценты.

Иҡтисад

Өфө троллейбус заводы етештереүсәнлекте ике тапҡырға арттырырға ниәтләй

Өфө трамвай-троллейбус заводында йылына 200 троллейбус эшләп сығарырға ниәтләйҙәр. Әлеге ваҡытта предприятиела цехтарҙы яңырталар.

Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров икенсе депо майҙансығында булды.

Иҡтисад

Торатау итәгендә эко-отель асылды

2020 йылдың 3 июлендә «Торатау» геопаркында эко-отелде асыу тантанаһы уҙҙы. Отель Ишембай районында Торатау итәгендә урынлашҡан ете тирмәнән һәм кафенан тора.

Иҡтисад

Республиканың күп балалы ғаиләләре ер урынына бер ниндәй сикләүһеҙ 250 мең һум алырға мөмкин

Башҡортостандың күп балалы ғаиләләре үҙҙәренә тейешле ер участкаларына алмашҡа 250 мең һум аҡса алырға мөмкин. Республика хөкүмәте президиумы ултырышында беренсе вице-премьер Андрей Назаров проект эшләп бөтөрөүҙе талап итә тигән ҡарар ҡабул итте.

Иҡтисад
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть