Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.85 ↑

EUR 91.14 ↓

26 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Мәҙәниәт

Өфөлә билдәле артистар Ғүмәр Әбделмәнов һәм Ратмир Бәҙретдинов менән хушлашасаҡтар

Өфөлә 30 октябрҙә донъя ҡуйған күренекле артистар Ғүмәр Әбделмәнов һәм Ратмир Бәҙретдинов менән хушлашасаҡтар.

Башҡортостандың халыҡ артисы Ратмир Бәҙретдинов менән хушлашыу иртәгә, 31 октябрҙә, сәғәт 11-ҙә Мосолман зыяратында (Алтай урамы, 19) була.

Мәҙәниәт

Өфөлә танылған йырсы Ғүмәр Әбделмәнов донъя ҡуйҙы

Өфөлә 91-се йәшендә танылған йырсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, «Имәндәр шаулай», «Бер минут», «Юғалма юлдарымдан» ретро-хиттарын башҡарыусы Ғүмәр Әбделмәнов арабыҙҙан китте.

Мәҙәниәт

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Ратмир Бәҙретдинов арабыҙҙан китте

Өфөлә 89-сы йәшендә Башҡортостандың халыҡ артисы, «Байыҡ» телепроектының алыштырғыһыҙ жюри рәйесе Ратмир Бәҙретдинов арабыҙҙан китте. Артистың хеҙмәттәштәре хәбәр итеүенсә, ул пневмония менән сирләп дауаханала ятҡан.

Мәҙәниәт

Гөлназ Ғәлимуллинаның «Мәҡәлдәр календары» халыҡ-ара награда яуланы

Яҡташыбыҙ, Мәскәү режиссеры һәм фотограф Гөлназ Ғәлимуллина «Мәҡәлдәр календары» фотошәлкеме өсөн Honourable mention наградаһын яуланы. International Photography Awards халыҡ-ара конкурсында 120 илдән 13 мең фотоһүрәт ҡатнашҡан.

Мәҙәниәт

«Башҡортостан» киностудияһы башҡорт әкиәттәре буйынса йәнһүрәт әҙерләй

«Башҡортостан» киностудияһы «Ҡороҡса батыр» һәм «Ҡыран батыр» башҡорт халыҡ әкиәттәре буйынса йәнһүрәт әҙерләй. Анимациялы картина республика Хөкүмәте һәм Мәҙәниәт министрлығы булышлығында төшөрөлә.

Мәҙәниәт

Өфөлә драматург, журналист һәм йырҙар авторы Зөһрә Фәйзуллина арабыҙҙан китте

Өфөлә шағирә, драматург, журналист, үҙешмәкәр композитор Зөһрә Фәйзуллина 75-се йәшендә арабыҙҙан китеп барҙы. Коллегалары хәбәр итеүенсә, яҙыусы дауаханала вируслы пневмониянан дауаланған, үпкәне яһалма елләтеү аппаратында ятҡан.

Мәҙәниәт

Мәскәүҙә «Йәшлек шоу-2020» фестиваленең һайлап алыу этабы уҙҙы

Мәскәүҙә, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә, «Йәшлек шоу-2020» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивалендә ҡатнашыу өсөн йәш эстрада башҡарыусыларын һайлап алыу этабы уҙҙы.

Мәҙәниәт

Өфөлә Мостай Кәрим исемендәге фондтың грантына лайыҡ булған уҡыусылар иғлан ителде

20 октябрҙә — Мостай Кәримдең тыуыуына 101 йыл тулған көндә Башҡортостандың халыҡ шағирының исемен йөрөткән 158-се башҡорт гимназияһында Мостай Кәрим исемендәге фондтың грантын алған уҡыусыларҙың исемдәре иғлан ителде.

Мәҙәниәт

«Рәсәйҙең Туризм һылыуҡайы-2020» конкурсында яҡташыбыҙ тамашасылар һөйөүе призын яуланы

Чебоксар ҡалаһында (Сыуаш Республикаһы) «Рәсәйҙең Туризм һылыуҡайы-2020» Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсы тамамланды. Унда Башҡортостандан Татьяна Политова ҡатнашты.

Мәҙәниәт

Өфөлә билдәле телсе-ғалим, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте

Өфөлә 92-се йәшендә Башҡорт дәүләт университеты профессоры, телсе-ғалим Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте. Коллегалары хәбәр итеүенсә, ул сирләгән, ковид-госпиталдә ятҡан.

Мәҙәниәт

Башҡорт яҙыусыһы Флүр Ғәлимов Прометейҙың һәм Салауат Юлаевтың образдарын яңыса асты

Нурсолтанда (Ҡаҙағстан) Флүр Ғәлимовтың «Прометей. Олимптың ҡолауы» трилогияһы баҫылып сыҡты. Китапҡа танылған прозаик, драматург, бер нисә тапҡыр халыҡ-ара конкурстар лауреатының өс пьесаһы ингән.

Мәҙәниәт

Стәрлетамаҡта легендар полководец Муса Мортазинға мемориаль таҡта асыла

Стәрлетамаҡта күренекле хәрби эшмәкәр, Граждандар һуғышында ҡатнашҡан легендар комбриг Муса Мортазинға мемориаль таҡта асыла (Маркс урамы, 103). Тантана 16 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы көнөн билдәләү уңайынан уҙа.

Мәҙәниәт

Рәсәй төбәктәре китапханаларына дүрт меңдән ашыу башҡорт китаптары оҙатылды

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрен башҡорт әҙәбиәте менән тәьмин итеүҙе тамамланы. Ырымбур, Силәбе, Һамар, Һарытау, Ҡурған, Свердловск һәм Пермь крайының 17 китапханаһына 4386 дана китап ебәрелде.

Мәҙәниәт

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡорт драма театры актеры Илдар Сәйетов донъя ҡуйған

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актеры Илдар Сәйетов донъя ҡуйған. «Башинформ» агентлығына театрҙан хәбәр итеүҙәренсә, актер оҙаҡ ауырыған, операция кисергән.

Мәҙәниәт

«Беренсе Республика» фильмы төрки донъяһы фестиваленең конкурс программаһына инде

Режиссёр Булат Йосоповтың «Беренсе Республика» картинаһы Халыҡ-ара төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһына индерелде. «Беренсе Республика» трилогияһының беренсе фильмы «Бабич» «Тарихи панорама» бүлегендә күрһәтелә.

Мәҙәниәт

Радий Хәбиров: «Барлыҡ ҙур мәҙәни сараларҙы 1 декабргә тиклем туҡтатырға кәрәк»

«Барлыҡ сараларҙы ла тиерлек 1 декабргә тиклем туҡтатырға йәки, нормаларҙы һәм ҡағиҙәләрҙе үтәп, аҙ кеше ҡатнашлығында уҙғарырға кәрәк», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә.

Мәҙәниәт

«Евразия йөрәге» концертын тәүге тапҡыр Рәсәй һәм яҡын сит ил тамашасыларына күрһәтәләр

Бөгөн, 9 октябрҙә, «Мир» дәүләт-ара телеканалында 11 сентябрҙә Өфө амфитеатрында уҙған V «Евразия йөрәге» фестивалендә ҡатнашыусыларҙың иң яҡшы сығыштары күрһәтелә.

Мәҙәниәт

Өфөлә «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Самат Ғәлин арабыҙҙан китте

Өфөлә ауырығандан һуң «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Самат Ғәлин донъя ҡуйҙы. Уға 52 йәш ине. Хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, мәрхүм яман шештән яфаланған, шулай уҡ ул пневмонияға бәйле ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙ һаналған.

Мәҙәниәт

Өфөлә киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә маҡтаулы исемдәр һәм премиялар тапшырылды

Бөгөн Республика йортонда киң мәғлүмәт саралары тармағы вәкилдәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Маҡтаулы исемдәрҙе һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияларын хөкүмәт вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров тапшырҙы.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда 2020 йылдың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары билдәле булды

Башҡортостанда 2020 йылдың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттары билдәләнде.

Быйыл Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына түбәндәге авторҙар лайыҡ булды:

«Молодежная газета» баҫмаһы хәбәрсеһе Эмилия Завричко, ошо гәзиттә баҫылған социаль әһәмиәтле темаларға мәҡәләләре өсөн;

Мәҙәниәт

«Урал Батыр уты» марафоны Республика көнөнә концерттар әҙерләй

«Урал Батыр уты» төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте марафоны Башҡортостан Республикаһы көнөнә ҡарата концерттар әҙерләй. 8-11 октябрҙә республиканың барлыҡ район-ҡалаларында күләмле мәҙәни саралар ойошторола, унда Башҡортостандың сәнғәт оҫталары, солистары һәм коллективтары ҡатнаша.

Мәҙәниәт

Баш ҡалала Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнө уңайынан иҫтәлекле саралар уҙғарыла

9 октябрҙә күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, журналист Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 124 йыл тула.

Хоҙайбирҙиндың тыуған көнөн билдәләү барышында һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителеүгә 30 йыл тулыу алдынан Милли музейҙың филиалында – Шәһит Хоҙайбирҙин музейында хәтер сараһы ойошторола.

Мәҙәниәт

«Рәсәй студенты 2020» конкурсында Башҡортостан исеменән Елизавета Яблочкина ҡатнаша

Новосибирскиҙа «Рәсәй студенты 2020» Бөтә Рәсәй конкурсы башланды. Башҡортостан Республикаһынан Елизавета Яблочкина ҡатнаша.

Ҡыҙға 20 йәш, ул Башҡорт дәүләт университетының өсөнсө курсында уҡый.

Мәҙәниәт

Өфөлә Республика көнөнә арналған концертта Юрий Шевчук сығыш яһай

11 октябрҙә «Торатау» конгресс-холының Өфө амфитеатры биләмәһендәге Республика байрам программаһына эстрада йондоҙҙары саҡырылған.

Республика көнөнә ҡарата программа «Башҡортостан Республикаһы Гимны» республика флешмобынан һәм «Урал батыр уты» этник мәҙәниәт марафонынан башлана.

Мәҙәниәт

Пермь крайында ғәйнә башҡорттары вәкиле Туҡтамыш Ишбулатовҡа һәйкәл ҡуйылды

Пермь крайының Барҙа районы хакимиәте ҡаршыһында ғәйнә башҡорттарынан сыҡҡан тарихи шәхес Туҡтамыш Ишбулатовтың бюсы ҡуйылды. Ул мәғдән сығарыусы, Уҫы даруғаһының Ғәйнә улусы старшинаһы, Өфө провинцияһы башҡорттарынан Уложенный комиссия депутаты булған.

Мәҙәниәт

Сибайҙа «Һылыуҡай-2020» матурлыҡ конкурсына кастинг уҙҙы

Көньяҡ-көнсығыш зонала «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҡайҙары конкурсына кастинг үтте. Уҙғарыу урыны итеп Сибай ҡалаһы һайланды.

Һайлап алыу турында Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла райондары һәм Сибай ҡыҙҙары ҡатнашты.

Мәҙәниәт

Радик Юлъяҡшин Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде

Радик Юлъяҡшин Башҡортостан Башлығының мәҙәниәтте һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде. Ул был вазифаны йәмәғәт башланғысында атҡара.

Мәҙәниәт

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт ырыуҙарының гербтарын төҙөү өсөн комиссия ойошторҙо

«Торатау» конгресс-холында Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше буйынса комиссияның киңәйтелгән ултырышы үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында яңы Геральдика комиссияһы ойошторолдо.

Мәҙәниәт

Төньяҡ баш ҡала ҡунаҡтарҙы һабантуйға йыя

Ошо шәмбе, 3 октябрҙә, Санкт-Петербургта һабантуй ойошторола. Уны асыу тантанаһы көндөҙгө сәғәт 12-лә Ладога паркында була. Элек ул йәй көнө уҙғарыла ине, ләкин быйыл коронавирус пандемияһы арҡаһында Төньяҡ баш ҡалалағы һабантуйҙы октябрь башына күсерергә хәл ителде.

Мәҙәниәт

Республикала яңыртылған Мәҙәниәт йортонда Бабичтың 125 йыллығына арналған сара уҙҙы

Башҡортостандың Дүртөйлө районы Әсән ауылында тантаналы рәүештә Мәҙәниәт йорто асылды. Бында «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә күләмле яңыртыу эштәре башҡарылды.

Мәҙәниәт
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть