Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.85

EUR 90.46

30 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Мәҙәниәт

Интернетта «Һылыуҡай-2020» конкурсында ҡатнашҡан башҡорт ҡыҙҙары өсөн тауыш биреү башланды

Интернетта башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусылар араһында тамашасылар һөйөүе призына тауыш биреү башланды. Ул 2020 йылдың 3 декабренә тиклем бара.

Мәҙәниәт

Башҡорт театры тураһында китап «Театр романы» – 2020 премияһы исемлегенә инде

Башҡорт драма театрының бер быуатлыҡ юбилейына арналған китап «Театр романы» – 2020 премияһы исемлегенә инде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры — 100 йыл.

Мәҙәниәт

«Һылыуҡай» конкурсының финалына сыҡҡан 20 ҡыҙ Гран-при – автомобиль өсөн көрәшә

Өфөлә башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай» Бөтә Рәсәй конкурсының финалына әҙерлек бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 декабрҙә еңеүсе төп приз – «Лада» автомобиле менән бүләкләнә.

Мәҙәниәт

«Өс таған» фильмы Гатчина кинофестивалендә еңде

«Өс таған» фильмы «Әҙәбиәт һәм кино» кинофестивалендә (Гатчина) Гран-при яуланы һәм «үҙенсәлекле музыка» өсөн махсус диплом менән бүләкләнде. Был турала фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров хәбәр итте.

Мәҙәниәт

Башҡорт опера театры Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың 125 йыллығын тантаналы концерт менән билдәләй

Өфөлә күренекле йырсы һәм композитор, башҡорт профессиональ музыка сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, йәмәғәт эшмәкәре Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың 125 йыллығы уңайынан тантаналы концерт уҙа.

Мәҙәниәт

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен алырға йыйыналар

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрация эшләү өсөн алырға йыйыналар. Ләкин ҡасан икәне әлегә билдәһеҙ. «Милексе (Өфө хакимиәте[i] — [/i] ред.иҫкәрмәһе) эштәрҙе башлау көнөн һәм уны башҡарырға тейешле ойошманы билдәләмәгән», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе Олег Полстовалов.

Мәҙәниәт

«Башҡорт шәле – 2020» республика фестиваль-конкурсы оҫталарҙы ҡатнашырға саҡыра

Башҡортостанда 7-11 декабрҙә ХIII «Башҡорт шәле – 2020» республика фестиваль-конкурсы ойошторола. Сарала ҡатнашыу өсөн бөтә республиканан башҡорт дебет шәле оҫталары саҡырыла.

Мәҙәниәт

Республикала башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен башҡарыусыларҙың онлайн-фестивале башлана

Республикала башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен башҡарыусыларҙың «Үлемһеҙ йырҙар» онлайн-фестивале башлана. Сара Башҡорт теле көнөнә арнала.

Фестивалдә 16 йәштән 65 йәшкә тиклем башҡорт оҙон көйөн һәүәҫкәр башҡарыусылар ҡатнаша ала.

Мәҙәниәт

Өфөлә билдәле артистар башҡорт телен популярлаштырыу өсөн видеоклиптар төшөрә

Быйыл «Арғымаҡ», «Бишбармаҡ», «Darman» төркөмдәре, Алтынай Вәлитов, Зәйнетдин проекты, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллина һәм Е7Е-media видео-продакшн студияһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә башҡорт телен һаҡлау һәм популярлаштырыу өсөн клиптар төшөрә.

Мәҙәниәт

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Мисс Өфө — 2020» билдәләнде

Өфөлә «Мисс Өфө — 2020» матурлыҡ конкурсы тамамланды. Унда бөтәһе 12 һылыуҡай ҡатнашты.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Мисс Өфө — 2020» исемен һәм төп бүләкте 20 йәшлек Илүзә Иҫәндәүләтова яуланы.

Мәҙәниәт

Өфөлә скульптор, Салауат Юлаев һәйкәле авторы Сосланбәк Тавасиевтың күргәҙмәһе асыла

26 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында бөйөк скульптор Сосланбәк Тавасиевтың «Дан һәм батырлыҡ хаҡында» күргәҙмәһе асыла.

Ижади эштәр музейға скульпторҙың ғаилә архивынан һәм «Абрамцево» музей-ҡурсаулығынан килтерелә.

Мәҙәниәт

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында Шәүрә Шәкүрованың пьесаһы буйынса спектакль сәхнәләштерелә

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында яңы спектакль өҫтөндә эш бара. Был юлы артистар йәш ҡуйыусы режиссер Регина Ишбулатова етәкселегендә Шәүрә Шәкүрованың «Зәңгәр томандар артында» драмаһы өҫтөндә эшләй (Гөлдәр Камалова тәржемәһе).

Мәҙәниәт

Өфөлә Радий Хәбиров «Кәрим Хәкимовтың йәнле китабы»ның исем туйында ҡатнашты

Өфөлә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала күренекле совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған «Кәрим Хәкимовтың йәнле китабы» проектының исем туйы уҙҙы.

Мәҙәниәт

Республикабыҙ театрҙарының спектаклдәре «Алтын битлек» исемлегенә инде

Башҡортостандан ике театрҙың спектаклдәре Рәсәйҙең «Алтын битлек» театр премияһының «Эксперт советы фекеренсә 2019-2020 йылдар миҙгеленең билдәле спектаклдәре» исемлегенә инде.

Мәҙәниәт

Республикала «Иң популяр башҡорт блогеры» конкурсы старт алды

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән берлектә 2020 йылдың 16 ноябренән 12 декабренә тиклем «Иң популяр башҡорт блогеры» конкурсын ойошторҙо.

Мәҙәниәт

Өфөлә актер Заһир Вәлитовҡа мемориаль таҡтаташ асылды

Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының билдәле актёры Заһир Вәлитовҡа тантаналы рәүештә мемориаль таҡтаташ асылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул 2019 йылдың февралендә баҡыйлыҡҡа күсте.

Мәҙәниәт

Республикала «Башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын туған телдә» яттан һөйләүселәр конкурсы башлана

Башҡортостанда «Башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын туған телдә» яттан һөйләүселәрҙең республика онлайн-конкурсы башлана. Сара Башҡорт теле көнөнә арнала.

Мәҙәниәт

Өфөлә «Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» проектының жюри ағзалары оҫталыҡ дәрестәре үткәрә

18 ноябрҙә «Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» проектының жюри ағзалары оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Zainetdin социаль селтәрҙәр киңлегендә тамашасы менән нисек дөрөҫ диалог ҡороу тураһында һөйләй.

Мәҙәниәт

Өфөлә «Бикбай уҡыуҙары»на ғаризалар ҡабул ителә

10 декабрҙә Р. Т. Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында онлайн форматта Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа һәм Башҡорт теле көнөнә арналған «Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы була.

Мәҙәниәт

Башҡорт теле көнөнә арналған «Vibeргә» интернет-конкурсы иғлан ителде

14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнөнә уңайынан «Vibeргә» интернет-конкурсы старт алды.

Уның маҡсаты – социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телендәге контентты, башҡорт теленә, башҡорттарҙың тарихына, шәжәрәһенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу.

Мәҙәниәт

Өфөнөң «Мираҫ» ансамбле сығыштарын Колумбия телевидениеһында күрһәтәләр

«Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша. Әйтәйек, 12-14 ноябрҙә ансамбль XVIII «A world of dance that saves life, collecting knowledge» халыҡ-ара фестивалендә сығыш яһай, ул Колумбияның Сантьяго-де-Кали ҡалаһында ойошторола.

Мәҙәниәт

Өфөлә Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы лауреаттарының ижади эштәре китап булып сыҡты

Республиканың «Йәшлек» гәзите Башҡортостан Журналистар Союзы менән берлектә ойошторған Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы яулаған Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранты ярҙамында «Ал да нур сәс халҡыңа!

Мәҙәниәт

Башҡорт аниматоры Рим Шәрәфетдиновтың фильмы халыҡ-ара фестивалдә награда яуланы

AMEN Animation film festival халыҡ-ара анимациялы фильмдар фестивалендә Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы режиссеры Рим Шәрәфетдинов еңеүселәрҙең береһе булды.

Мәҙәниәт

Өфөлә генерал Шайморатов тураһында «Ат уйнатып алдан бара» спектакле сәхнәләштерелә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры тамашасыларҙы яңы тарихи премьера менән ҡыуандырырға әҙерләнә. Театрҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар полководецы, генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов тураһында спектакль өҫтөндә репетиция тамамлана.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда уҡыусыларға республика Башлығы стипендиялары түләнә

2020-2021 уҡыу йылында һәләтле уҡыусыларға Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиялары тәғәйенләнгән. 6 ноябрҙә республика Башлығы ҡул ҡуйған указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Мәҙәниәт

Башҡортостан һылыуҡайы Төркиәлә «Евразия королеваһы-2020» конкурсында еңеү яуланы

1 ноябрҙән 8-енә тиклем Төркиәлә «Евразия королеваһы-2020» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы уҙҙы. Башҡортостан исеменән Зөһрә Мөхәррәмова сығыш яһаны.

Зөһрәгә 23 йәш, Салауат районында тыуып үҫкән.

Мәҙәниәт

Республикала Башҡорт милли кейеме оҫталарының халыҡ-ара конкурсы уҙғарыла

Башҡортостанда башҡорт милли кейеме оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсы иғлан ителде. Проект тәүгә ойошторола. Еңеүселәр ҡиммәтле приздар менән бүләкләнә, ә Гран-при өсөн 300 мең һум тапшырыла.

Мәҙәниәт

Фәниҙә Исхаҡованың «Асманға ашыу» романы «ЭКСМО» нәшриәтендә донъя күрҙе

АҠШ-та йәшәгән яҙыусы-фантаст Фәниҙә Исхаҡованың «Асманға ашыу» романы Рәсәйҙең «ЭКСМО» нәшриәтендә рус телендә донъя күрҙе. Башҡорт телендә иһә роман-баллада быйыл «Ағиҙел» журналында баҫылып сыҡты.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе 2021» конкурсы башланды

Башҡортостанда «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе 2021» республика конкурсы башланды. Конкурста республика райондарынан һәм ҡалаларынан, шулай уҡ башҡорттар йәшәгән Рәсәй төбәктәренән һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән йәмәғәтселәр, әүҙемселәр һәм үҙ эшенең оҫталары булған ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша.

Мәҙәниәт

Өфөлә «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй конкурсына һайлап алыу ойошторола

7 ноябрҙә Өфөлә башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй конкурсына һайлап алыу ойошторола. Был юлы Өфөнән һәм Өфө районынан, шулай уҡ Благовар, Кушнаренко, Нуриман, Благовещен, Бөрө, Ҡырмыҫҡалы, Иглин һәм Шишмә райондарынан ҡыҙҙар саҡырыла.

Мәҙәниәт
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть