Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.72 ↓

EUR 85.20 ↑

24 сентябрь, Йома

Уфа   °

Йәш «Салауат Юлаев-2007» Сергей Михалёв мемориалында еңеүгә лайыҡ булды

Спорт

Тольяттиҙа Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Сергей Михалёв иҫтәлегенә халыҡ-ара хоккей турниры уҙҙы. Унда 2007 йылғы уйынсыларҙан торған һигеҙ команда ҡатнашты.

«Салауат Юлаев-2007» «Барыҫ» (Астана), «Динамо» (Ҡазан), «Русь» (Мәскәү), «СКА-Стрельна» (Санкт-Петербург), «Трактор» (Силәбе), «Янтарная Звезда» (Калининград) һәм «Лада» (Тольятти) кеүек командаларға ҡаршы уйнаны.

Силәбеләр һәм боҙ хужалары менән алыштарҙа ғына өфөләр бер аҙ ҡаршылыҡҡа осраны, ҡалған уйындарҙа ҙур иҫәп менән еңеү яуланы.

«Салауат Юлаев-2007» бер мәрәйен дә юғалтмайынса чемпион булды. Икенсе урында —  «Трактор», өсөнсөлә — «Динамо» командаһы.

Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть