Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.43 ↓

EUR 85.36 ↑

17 сентябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда «Илһам шишмәләре-2017» шиғриәт фестивале еңеүселәре иғлан ителде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бәләбәйҙә XVI «Илһам шишмәләре-2017» төбәк-ара шиғриәт фестивале еңеүселәрен иғлан иттеләр. Бөрөнән «Победа» гәзите хәбәрсеһе Александр Хватков рус телендәге әҫәре өсөн Гран-при яуланы. Уны Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев бүләкләне, тип хәбәр итте жюри рәйесе, «Белебеевские известия» гәзитенең баш мөхәррире Любовь Иванова.

Учалы районынан башҡорт телендә яҙыусы Наилә Хәмбәлиева беренсе урынға лайыҡ булды. Өфөнән татар телендә ижад итеүсе Айҙар Мәннәнов һәм Стәрлетамаҡтан рус телле Тамара Янгалова-Свищёва икенсе урынды бүлеште. Бишбүләк районынан Марина Яковлева (сыуаш теле), Баймаҡ районынан Мотал Рәмов (башҡорт теле) һәм Өфө районынан Ирек Ғәлин (татар теле) өсөнсө урынды алды.

Шиғриәт фестивалендә Өфө, Бөрө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Күмертау ҡалаларынан, Ауырғазы, Әлшәй, Баймаҡ, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Миәкә, Мәләүез, Учалы һәм Өфө райондарынан ижад итеүселәр ҡатнашты.

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть