Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.81 ↑

EUR 89.89 ↑

25 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

исемлек | ҡыҫҡаса | тулыраҡ
Көн мәғлүмәттәре

Башҡортостанда бер тәүлектә тағы 135 кеше — COVID-19, 417-һе пневмония менән ауырып киткән

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған тәүлектә республикала тағы 135 кеше коронавирус инфекцияһын йоҡторған. Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда сирлеләр 13 581 кеше тәшкил итә.

Йәмғиәт

«Башҡорт шәле – 2020» республика фестиваль-конкурсы оҫталарҙы ҡатнашырға саҡыра

Башҡортостанда 7-11 декабрҙә ХIII «Башҡорт шәле – 2020» республика фестиваль-конкурсы ойошторола. Сарала ҡатнашыу өсөн бөтә республиканан башҡорт дебет шәле оҫталары саҡырыла.

Мәҙәниәт

Өфөлә Латин Америкаһында клиникалар асҡан яҡташтарыбыҙ тураһында документаль фильм күрһәтелә

Өфөлә Никарагуала һәм Гватемалала клиникалар асҡан яҡташтарыбыҙ тураһында документаль фильм күрһәтелә.

Картина «Робин Чикас» тип атала. Уны 30 ноябрҙә ҡарарға мөмкин.

Йәмғиәт

Башҡортостанда автомобиль Ыҡ йылғаһына ҡолаған: ике ир һәм бер ҡатын һәләк булған

Башҡортостанда 25 ноябрҙә төндә Йәрмәкәй районында урындағы әһәмиәттәге Таркаҙы – Новотроевка автомобиль юлының 55-се саҡрымында «ВАЗ-2109» ҡатнашлығында үлемесле юл фажиғәһе теркәлгән.

Хәл-ваҡиғалар

Стәрлетамаҡтың 4А Көнбайыш биҫтәһендә ҙур балалар баҡсаһы төҙөлөшө тамамланып килә

Йыл аҙағына тиклем, графикка ярашлы, Стәрлетамаҡтың яңы йорттарҙан торған 4А Көнбайыш биҫтәһендә 260 урынлыҡ иң ҙур балалар баҡсаһы төҙөлөп бөтә. Социаль объект 2019 йылдың ноябренән Октябрь проспекты һәм Төҙөүселәр, Артем урамдары кварталында һалына башланы.

Иҡтисад

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Өфөнөң 17-се дауаханаһында COVID-19 таралыуға аңлатма бирҙе

«Өфөнөң 17-се дауаханаһында яңы коронавирус инфекцияһының таралыуы теркәлгән. Ҡайһы бер пациенттар икенсе дауаханаға күсерелгән». Кисә республика киң мәғлүмәт сараларында ошондай хәбәр баҫылып сыҡты.

Йәмғиәт

Башҡортостанда тәүлек эсендә 400-ҙән ашыу пневмония менән сирләү осрағы теркәлде

Башҡортостанда тәүлек эсендә 400-ҙән ашыу пневмония менән сирләү осрағы теркәлде. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 24 ноябргә ҡарата мәғлүмәтенә ярашлы, бер тәүлектә дауахананан тыш пневмония осрағы 411-гә етте.

Йәмғиәт

Республикала башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен башҡарыусыларҙың онлайн-фестивале башлана

Республикала башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен башҡарыусыларҙың «Үлемһеҙ йырҙар» онлайн-фестивале башлана. Сара Башҡорт теле көнөнә арнала.

Фестивалдә 16 йәштән 65 йәшкә тиклем башҡорт оҙон көйөн һәүәҫкәр башҡарыусылар ҡатнаша ала.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда бөгөн ике меңгә яҡын кеше коронавирус менән сирләй

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы рәсми раҫланған диагноздар һаны 13 446-ға етте. Һуңғы тәүлектә 128 осраҡ асыҡланды, тип хәбәр итте республиканың COVID-19-ға ҡаршы көрәш буйынса оператив штабы.

Йәмғиәт

«Бәләбәй» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә ит эшкәртеү комбинаты төҙөлә

«Бәләбәй» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә заманса ит эшкәртеү комбинаты төҙөлә. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 10 миллиард һум кимәлендә тиерлек планлаштырыла.

Иҡтисад

Өфөлә «Йәш ғаилә - 2020» конкурсы еңеүселәре билдәле булды

Өфөлә «Йәш ғаилә» ҡала конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Орджоникидзе районынан Хәсәновтар ғаиләһе еңеүсе тип танылды. Хәҙер улар конкурстың республика этабында баш ҡала намыҫын яҡларға тейеш.

Йәмғиәт

Өфөлә билдәле артистар башҡорт телен популярлаштырыу өсөн видеоклиптар төшөрә

Быйыл «Арғымаҡ», «Бишбармаҡ», «Darman» төркөмдәре, Алтынай Вәлитов, Зәйнетдин проекты, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллина һәм Е7Е-media видео-продакшн студияһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә башҡорт телен һаҡлау һәм популярлаштырыу өсөн клиптар төшөрә.

Мәҙәниәт

Өфөлә яңы йыл ҡаласыҡтары төҙөү өсөн боҙ әҙерләү башланды

Өфөлә яңы йыл ҡаласыҡтары төҙөү өсөн боҙ әҙерләү башланды — һалҡын көндәрҙә Өфөнөң һыу ятҡылыҡтарында 18 сантиметрлыҡ боҙ ҡатламы барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, Ленин районының торлаҡ хеҙмәттәре боҙҙо «Йылғасы» стадионы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһынан ала.

Йәмғиәт
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть