Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.76 ↑

EUR 86.84 ↑

24 июль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында – яңы ректор

Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың бойороғо менән Илгиз Ҡыҙырғолов Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры итеп тәғәйенләнде.

Ҡыҙырғолов Илгиз Раян улы 1976 йылдың 4 ноябрендә Ишембай районының Байғужа ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Физика-математика фәндәре докторы.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2001 йылда Башҡорт дәүләт университетының теоретик физика кафедраһы ассистенты булып башлай.

2003–2006 йылдарҙа – өлкән уҡытыусы, Башҡорт дәүләт университетының теоретик физика кафедраһы доценты.

2006 йылда – Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында мәғариф һәм фән бүлегенең баш белгесе.

2006–2009 йылдарҙа – З.Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының уҡыу-уҡытыу эштәре һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса проректоры.

2009–2010 йылдарҙа – Башҡортостандың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралығы етәксеһе.

2010–2011 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры.

2011–2012 йылдарҙа – З.Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы ректоры.

2012–2013 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының тәрбиә эштәре буйынса проректоры.

2013–2015 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры.

2015–2017 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалы директоры.

Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть