Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.85 ↓

EUR 89.65 ↓

18 май, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре йәйгелеккә пландар билдәләне

Йәмғиәт

20 майҙа Башҡорт Википедияһы ирекмәндәренең сираттағы осрашыуы үтте, унда берләшмәне үҫтереүҙең стратегик планы һәм икенсе ярты йыллыҡҡа аныҡ саралар планы тикшерелде.

Башҡорт викимедиясылары «Вики-Яҙ-2016» (Wikimedia CEE Spring 2016) мәҡәләләр яҙыу буйынса халыҡ-ара конкурста ҡатнаша. «Европа конкурсында тәүге тапҡыр ҡатнашыуҙарына ҡарамаҫтан, башҡорт мөхәррирҙәре әүҙемлек күрһәтә. Улар 200-ҙән ашыу яңы мәҡәлә, башҡа тел бүлектәре ирекмәндәре Башҡортостан тураһында 124 мәҡәлә яҙҙы», — тип хәбәр итте Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев.

Июнь аҙағында Башҡортостан викимедиясылары вәкиле Италияның Ломбардия төбәгендә үтәсәк «Викимания 2016» ирекмәндәрҙең донъяуи конференцияһында ҡатнаша.

Башҡорт викимедиясылары «Вики-Йәйләү 2016, Шүлгәнташ» семинарына һәм экспедицияһына әҙерләнә башланы. Сара 15-17 июлдә Бөрйән районының туристик базаһында ойошторола.

Август аҙағында Башҡорт Википедияһының ике вәкиле Ереванда уҙасаҡ Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәре Википедиялары ирекмәндәренең осрашыуында ҡатнаша.

Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть