Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.19 ↑

EUR 86.89 ↓

22 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

«Ҡара йөҙҙәр» спектакле дүрт номинацияла «Алтын битлек» премияһына дәғүә итә

Мәҙәниәт

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Ҡара йөҙҙәр» спектакле Рәсәйҙең «Алтын битлек» театр премияһы конкурсында ҡатнаша. Театрҙың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, коллектив 24 мартта киске сәғәт 7-лә Яуза буйындағы һарайҙа тамашасылар яратып өлгөргән спектаклде сәхнәләштерә.

Спектакль «Иң яҡшы режиссер эше» (Айрат Абушахманов), «Иң яҡшы рәссам эше» (Альберт Нестеров), «Иң яҡшы костюмдар оҫтаһы эше» һәм «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияларына дәғүә итә. Билет хаҡы 350 һумдан башлана. Билеттарҙы фестивалдең сайтында бронләү йәки Чехов метроһы (Пушкин, Тверь), Большая Дмитровка урамы, 32, 1-се йорт адресы буйынса урынлашҡан кассала һатып алыу мөмкинлеге бар.

«Башҡорт классигы Мәжит Ғафуриҙың повесы уҙған быуаттың 30-сы йылдарында революцияға тиклемге тормоштоң хөрәфәттәре тураһында хикәйә булараҡ яҙылған. Әҫәрҙә боронғо традициялар ике ғашиҡ йәндең — Ғәлимә менән Закирҙың бәхетен һәм ғүмерен ҡыя. Заманса театр һәм йәш режиссер Айрат Абушахманов беҙҙең көндәрҙә лә бик актуаль булған диндәге, ырыуҙағы, көнкүрештәге сабырһыҙлыҡ тарихын уйнай», — тип билдәләй театр тәнҡитсеһе Владимир Спешков.

Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть