
Баш ҡалала IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарыла
ӨФӨ, 2015 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.
2015 йылдың ноябрендә Өфөлә IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарыла. Тейешле ҡарар Башҡортостандың хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Әлеге ваҡытта сараны ойоштороу һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты төҙөлгән. 26 октябргә тиклем «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмалары халыҡ-ара союзының башҡарма комитеты, «Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы конгресты уҙғарыу буйынса саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға тейеш.




