Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.04
-0.15
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Июнь 2014, 11:59

Бөрйән районында яңы хакимиәт башлығы

27 июндә Бөрйән районы Советы Рөстәм Шәриповты контракт буйынса район хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итте. Әлеге көнгә тиклем ул Бөрйән районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләгән.
Рөстәм Динислам улы Шәрипов 1982 йылдың 29 июлендә Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын һәм БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
2014 йылдың 6 июнендә, Динир Әхмәтйәновтың хакимәт башлығы вазифаһынан китеп БР урман хужалығы министры итеп тәғәйенләнгәндән һуң, Бөрйән районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарған.
Рөстәм Шәрипов Башҡортостан район һәм ҡала башлыҡтары араһында иң йәш етәксе булып тора.
Автор:Сергей Захаров
Читайте нас: