
Төнөн Башҡортостанда һалҡын һауа торошо һаҡланасаҡ
Был аҙнала Башҡортостанда болотло һауа торошо өҫтөнлөк итәсәк. Ваҡыты менән епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы ихтимал. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала төнөн – минус 10 градус, көндөҙ нулдән дүрт градусҡаса йылы буласаҡ.
Аҙна аҙағына синоптиктар көндөҙ һауа температураһының бер аҙ күтәреләсәген билдәләй..



