
Филармония солисы Ынйы Вәдүтова концертына саҡыра
Билдәле йырсы, халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Ынйы Вәдүтова бенефисҡа саҡыра. Уңын ижад кисәһе 21 мартта «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтәсәк.
Концертта «Карауанһарай» фольклор-эстрада төркөмө, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, «Ҡалья» рок төркөмө, Башҡортостандың халыҡ артистары Роберт Заһретдинов, Рәсүл Ҡарабулатов, Рәжәп Вәдүтов, башҡорт-татар эстрадаһының башҡа йондоҙҙары, шулай уҡ республиканың бейеү һәм ижади коллективтары ҡатнашасаҡ.
Ынйы Вәдүтованың әйтеүенсә, «Бәхет илендә» тип аталған концерт программаһына мөхәббәткә, тоғролоҡҡа һәм өмөткә арналған яңы хиттары индерелгән.




