Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.01 ↓

EUR 91.75 ↓

21 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Өфөлә Мәскәү ҡунаҡтары - «Emotion-orchestra» квартеты сығыш яһаясаҡ

Йәмғиәт

Юрий Медяник һәм «Emotion-orchestra» Өфөлә «Танго ҡосағында» («В объятьях танго») исемле яңы программа тәҡдим итәсәк. Концерт Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 10 мартта үтәсәк.

Тамашасылар яратып өлгөргән композицияларҙан тыш, программаға Астор Пьяццолланың яңы, бығаса Рәсәйҙә башҡарылмаған йырҙары ла индерелгән. Концертта шулай уҡ совет осорондағы танго, әлеге ваҡытта ижад итеүсе авторҙар композициялары яңғыраясаҡ.

«Emotion-orchestra» коллективы 2006 йылда булдырылған, быға төркөм етәксеһе Юрий Медяниковтың танго музыкаһы менән ҡыҙыҡһыныуы сәбәп булған. Коллектив составына иң яҡшы музыканттар инә — Артем Дервоед (гитара), Айлен Притчин (скрипка), Андрей Тихонов (контрабас).

Розалия Вәлиева автор: Розалия Вәлиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть