
Ишембайҙың 20 һайлау округында ҡала Советы депутаттары һайланасаҡ
4 мартта Ишембай халҡы 20 һайлау округында Рәсәй Президентынан тыш ҡала Советы депутаттарын да һайлаясаҡ. Ҡала Советына депутатлыҡҡа 51 кандидат дәғүә итә, уларҙан 20 кеше — «Берҙәм Рәсәй»ҙән, 12 кеше – КПРФ-тан, 2 кеше – ЛДПР-ҙан һәм 17 кеше үҙ-үҙен тәҡдим итте, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ринат Шәймөхәмәтов.
Ишембайҙа 39 һайлау участкаһында 51 мең кешенең килеүе көтөлә, уларҙан 130 кеше тәүгә тауыш бирәсәк.
— Беҙҙең ҡалала әүҙем агитация алып барыла, һайлаусылар менән осрашыуҙар үткәрелә, — тип һөйләне Ринат Шәймөхәмәтов. – Тауыш биреү өсөн бүлмәләр әҙерләнә, веб-камералар урынлаштырылды һәм тикшерелде.
Һайлау көнөндә тауыш биреү урындарында йәрминкәләр, туҡланыу пункттары ойоштороласаҡ. Әле ижади коллективтар менән концерттар үткәреү тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла.