Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.81

EUR 89.66

27 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Журналистарға киң мәғлүмәт сараларында тәмәке тартыуҙың зыянын пропагандалау өсөн аҡса түләнәсәк

Йәмғиәт

Тәмәке тартыуҙың зыяны тураһында әүҙем яҙышҡан журналистар финанс ярҙам аласаҡ. Бындай материалдарҙы әҙерләргә ярҙам итеү маҡсатында «Һаулыҡ һәм үҫеш» фонды һәм Рәсәйҙең тәмәкегә ҡаршы коалицияһы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә стипендия бүлергә әҙер.

Стипендия алыусылар конкурс һөҙөмтәләре буйынса билдәләнәсәк. Республиканың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы журналистарҙы бәйгелә ҡатнашыу өсөн заявкалар ебәрергә саҡыра.

Дәғүә итеүселәргә бер нисә йүнәлештә проекттар ебәреү тәҡдим ителә. Улар иҫәбендә — документаль фильм, телетапшырыу, төбәк киң мәғлүмәт сараларындағы проект, федераль киң мәғлүмәт сараларындағы проект, интернет-баҫмалағы проект, радиолағы проект һәм журналист тикшереүе.

Заявкалар [email protected] адресы буйынса 2012 йылдың 15 мартына тиклем ҡабул ителә.

Еңеүселәр ағымдағы йылдың 20 мартынан да ҡалмай билдәләнәсәк.

Әлфиә Шәрәфетдинова автор: Әлфиә Шәрәфетдинова
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть