БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирә
Фото: Олег ЯровиковБР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирә


БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирә
Фото: Олег Яровиков
15 февралдә «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың онлайн-конференцияһы үтә.
Урындағы ваҡыт менән 11-ҙән 12-гә тиклем «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына ингән һәр кеше порталдың баш битендәге «Һорау бир!» бүлегендә тейешле форманы тултырып, уға мөрәжәғәт итә ала. Теүәл ун икелә һорауҙар ҡабул итеү туҡтатыласаҡ.
i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы етәксеһенең интернет-ҡулланыусылар менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» материалдарында һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә сағылыш табасаҡ.
Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет баҫыласаҡ.



