Ял көндәрендә һауа торошо үҙгәрмәйәсәк
Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала төндә — 21-26 градус, көндөҙ 11-12 градус һыуыҡ буласаҡ.
Алдағы аҙнала Башҡортостанда һауа температураһының күтәрелеүе көтөлә. Көндәр аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ буласаҡ.