
Алдағы аҙнала Башҡортостан парламентында комитет ултырыштары үтәсәк
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа алдағы аҙнала комитет ултырыштары үтәсәк.
Шишәмбе, 7 февралдә, Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт ойошмалары буйынса комитет депутаттары ултырыш үткәрәсәк. Шаршамбы бер нисә закон проектын йәнә өс комитет депутаттары тикшерәсәк. Улар – Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса; Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса; Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеттар. 9 февралгә Бюджет, һалымдар, финанстар һәм милек мәсьәләләре буйынса; Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса; Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитеттарҙың ултырыштары планлаштырыла.



