
Киләһе аҙнала республикала 40 градуслыҡ һыуыҡтар көтөлә
Киләһе аҙнала Башҡортостанда ҡаты һыуыҡтар көтөлә. «Башинформ» агентлығына «Башгидромет» үҙәгенең баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итеүенсә, республикала дауыл сығыуы ла ихтимал.
— Дүшәмбе, 30 ғинуарҙа, һауа торошо хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт буласаҡ, — тине ул. – Аҙна уртаһынан төбәктә 40 градуслыҡ һыуыҡтар башланыуы ихтимал.
Әммә дүшәмбегә тиклем һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлмәй.