Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.27 ↑

EUR 89.48 ↑

23 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡорт дәүләт университетында гид-юл күрһәтеүселәр курсына студенттар ҡабул ителә башланы

Йәмғиәт

Студенттарҙың тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү үҙәге Башҡорт дәүләт университетының туристик клубы менән берлектә гид-юл күрһәтеүселәр(эске әүҙем туризм буйынса белгес-инструкторҙар) әҙерләүгә студенттар ҡабул итә башланы.

Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгендә аңлатыуҙарынса, йәйге осорҙа төбәктең туристик фирмаларына эшкә урынлаштырыу өсөн студенттар һәм туристарҙы профессиональ яҡтан әҙерләү курстар үткәреүҙең төп маҡсаты булып тора. Шулай уҡ теләге булғандарҙы тау, һыу туризмы буйынса категориялы маршруттарға әҙерләйәсәктәр.  

Медицина ярҙамын тәьмин итеү («Профсервис» махсуслашҡан үҙәге базаһында); һыу, һыбайлы, йәйәүлеләр туризмы буйынса практик дәрестәр кеүк йүнәлештәр буйынса әҙерлек алып барыласаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәтте 8-962-540-51-84 телефоны йәки [email protected] электрон почтаһы аша алырға мөмкин.  

Эльмира Сабирова автор: Эльмира Сабирова
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть