
Керәшен һыуыҡтары Башҡортостанға һуңлап киләсәк
Башҡортостандың бер нисә метеорология бюроһы фаразлауынса, Керәшен һыуыҡтарында селлә көтөлмәй. Әммә шулай ҙа көндәр һыуытасаҡ. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 19 ғинуарҙа республикала көндөҙ – 10-11 градус, көндөҙ 14 градусҡа тиклем һыуыҡ буласаҡ.
21 ғинуарҙа көндөҙ – 15-17 градус, ә төндә 20 градус һыуыҡ булыуы көтөлә. Бындай температура йәкшәмбе көнө лә һаҡланасаҡ.
Алдағы ике көндә Башҡортостанда яуым-төшөм көтөлмәй.



