
Саңғысылар Күмертауға республиканың шәхси-команда беренселегенә йыйыла
14-15 ғинуарҙа Күмертауҙа саңғы уҙыштары буйынса республика шәхси-команда беренселегенең икенсе этабы үтәсәк.
Уның ойоштороусылары булып БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм БР Саңғы уҙыштары федерацияһы сығыш яһай.
Был ярыштарҙа ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм 1992-1993 йылғы юниорҙар, 1994 йылғы һәм унан йәшерәк егет һәм ҡыҙҙар ҡатнашасаҡ.
14 ғинуарҙа — классик стилдәге, 15 ғинуарҙа ирекле стилдәге уҙыштар үтәсәк.