
Фото:
Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:
Фото:
Фото:
Өфөнөң янғын һүндереүселәре йола буйынса Яңы йылды иң яҡшы боҙ ҡаласығына конкурс менән ҡаршылай. Смотрҙа барлыҡ бүлексәләр ҙә ҡатнаша. Ғинуарҙа жюри йомғаҡ яһаясаҡ. Ҡытай календары буйынса йыл символы – Аждаһаға айырыуса иғтибар бүленәсәк.
— Байрамса кәйеф булдырыу, ҡаланы биҙәү, шулай уҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында хеҙмәт итеүҙең абруйын күтәреү маҡсатында янғын һүндереүселәр йыл һайын боҙ ҡаласыҡтарын ойоштора, — тине «Рәсәй янғынға ҡаршы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 22-се отряды» федераль дәүләт ҡаҙна учреждениеһының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Елена Артемова.