
Өфөлә Сабый көнө билдәләнде
Өфөлә тәүге тапҡыр Сабый көнө билдәләнде. Ете яңы тыуған бала, уларҙың ата-әсәләре һәм туғандары БДМУ клиникаһының бала табыу бүлегендә үткән сараның төп геройҙары булды. Кескәйҙәр тәүге документтарын – тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтар, шулай уҡ ойоштороусыларҙан бүләктәр алды.
Сараны Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы, «Рәсәй ғаиләһе» Милли йәмәғәтселек комитеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Башҡортостандың ЗАГС Идаралығы ойошторҙо.
28 декабрь көнө осраҡлы ғына һайланмаған. Рим-католик сиркәүендә был көн Изге сабыйҙарҙы иҫкә алыу көнө булараҡ билдәле.




