
Тыуым артыуы яңы бала табыу йорттарын төҙөүҙе талап итә
Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда һуңғы биш йылда тыуым йылына 42 меңдән 55 меңгә тиклем артҡан. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика Рәсәйҙә — бишенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урында тора.
Төбәктә тыуым артыуы яңы, заманса бала табыу йорттарын һәм дауаханаларҙың акушер-гинекология бүлексәләрен төҙөүҙе талап итә.
Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2012 йылда Башҡортостанда Өфөләге Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының 120 койка-урынлыҡ акушер-гинекология корпусын, шулай уҡ Октябрьский ҡалаһындағы ҡала клиник дауаханаһының 80 койка-урынлыҡ бала табыу йортон төҙөү дауам ителәсәк.
Октябрьский ҡалаһындағы бала табыу йортон — 2012 йыл аҙағында, ә Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының акушер-гинекология корпусын 2013 йылдың беренсе кварталында сафҡа индереү планлаштырыла.




