
Өфө пенсионерҙары Яңы йыл байрамдарында БДПУ-ның спорт-һауыҡтырыу комплексында ял итә ала
Быйыл ноябрь аҙағында асылған М.Акмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының спорт-һауыҡтырыу комплексы Яңы йыл байрамдары алдынан халыҡтың социаль йәһәттән аҙ яҡланған ҡатламына йүнәлтелгән «Баш ҡала халҡына — Башҡорт дәүләт педагогия университетының спорт-һауыҡтырыу комплексы!» социаль проекттар серияһын башлай.
Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәге етәксеһе Ольга Печаткинаның әйтеүенсә, уларҙың тәүгеһе «Хаҡлы ялдағылар өсөн ҡышҡы каникулдар» тип атала.
— 3 ғинуарҙан 13-өнә тиклем пенсионерҙар бассейндағы һәр икенсе күнекмәлә бушлай шөғөлләнә ала, йәғни ике дәрес өсөн улар берәүҙең хаҡын ғына түләйәсәк. Шулай итеп, бер дәрестең хаҡы 85 һум буласаҡ, — тип аңлатты Ольга Печаткина. — Теләге булғандарға пенсия танытмаһы һәм медицина белешмәһе менән комплексҡа килергә кәрәк.
Яҡын арала күп балалы ғаиләләр, яңғыҙ әсәләр һәм инвалидтар өсөн дә махсус программалар планлаштырыла.
Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн телефон: 289-66-89.

