
Рәсәйҙең Юғары Суды мосолман байрамдарындағы ял көндәренең законлы булыуын билдәләне
Рәсәй Федерацияһының Юғары Суды президиумы Башҡортостандағы Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдарындағы өҫтәмә ял көндәренең законлы булыуын таныны.
Шулай итеп, суд БР Дәүләт Йыйылышының ялыуын ҡарап, элек ҡабул ителгән байрам көндәрен эш көндәре тип билдәләүсе кассацион ҡарарҙы ғәмәлдән сығарҙы. РФ Юғары суды Башҡортостан Юғары суды ҡарарының үҙ көсөндә ҡалыуын билдәләне.
Өфөлә йәшәүсе кешенең ғаризаһы буйынса, быға тиклем Рәсәйҙең Юғары Суды мосолман байрамдарын Рәсәй Конституцияһына һәм Рәсәй Хеҙмәт кодексына ҡаршы килә тип тапҡайны. Яҡташыбыҙ, был байрамдар уның хеҙмәт хоҡуғын боҙа һәм дини йәһәттән дискриминациялай, тип белдергәйне.
Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдарын ял көнө итеп билдәләгән Закон Башҡортостанда 1992 йылда ҡабул ителгән.



