
Ҡырмыҫҡалы районында мәсет асылды
Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн ауылында яңы мәсет асылды.
Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, Өфөнән һәм Башҡортостандың башҡа ҡалаларынан ҡунаҡтар, ауыл халҡы һәм күрше-тирә ауылдарҙан кешеләр ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.
Ғибәҙәт йортон «Аҡ мәсет» тип атағандар.