Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 78.78 ↓

EUR 92.43 ↑

1 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Магнитогорскиҙа республика делегаттары Силәбе өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итеү перспективаларын тикшерәсәк

Иҡтисад

8-10 декабрҙә Башҡортостан делегацияһы Магнитогорскиға эш визиты менән барасаҡ. «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итеүенсә, эш визиты тематикаһы ике күрше төбәктең сәнәғәт һәм бизнес өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү перспективаларына ҡағыласаҡ.

Республика вәкилдәре төркөмөн Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров етәкләйәсәк. Делегация составына Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Мөхәмәтулла Хафизов та индерелгән.

Делегаттар тематик түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашасаҡ, Магнитогорскиҙың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында бер нисә осрашыу үткәрәсәк. Бынан тыш, улар өсөн ҙур мәҙәни программа ла әҙерләнгән.

Тимур Рәхмәтуллин автор: Тимур Рәхмәтуллин
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть