Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.03

EUR 88.95

21 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

7 декабрҙә баш ҡалала Башҡортостан Яҙыусылар союзының сираттан тыш съезы үтәсәк

Йәмғиәт

Шаршамбы, 7 декабрҙә, Өфөлә Башҡортостан Яҙыусылар союзының сираттан тыш съезы үтәсәк. Көн тәртибендә бер мәсьәлә — Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы идараһы рәйесен  һайлау.

Ижади ойошма идараһынан асыҡлауҙарынса, ағымдағы йылдың апрель айында үткән съезда һайланған шағир Азамат Юлдашбаев рәйес вазифаһында Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса Идаралығы менән раҫланмаған, сөнки һайлауҙарҙа ул тейешле тауыш йыймаған (тауыштарҙың өстән ике өлөшө). Был талапты мотлаҡ үтәү тураһында республика яҙыусыларына хәбәр итмәгәндәр.

Сираттан тыш съезд Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында үтәсәк. Башлана – 9.30 сәғәттә.

Любовь Колоколова автор: Любовь Колоколова
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть