Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.19 ↑

EUR 88.63 ↑

18 сентябрь, Йома

Уфа   °

Сәйетбаба ауылында Жәлил Кейекбаев тураһында фәнни-ғәмәли конференция үтәсәк

Йәмғиәт

19 ноябрҙә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында башҡорт төркиәтсеһе, телсе, яҙыусы, профессор Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған фәнни-ғәмәли конференция үтәсәк. Конференцияла башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашасаҡ. Был форум профессор юбилейына арналған сараларҙың аҙаҡҡыһы буласаҡ.

Конференция сиктәрендә форум делегаттары «Сәйетбаба» тарихи-мәҙәни үҙәге ҡарамағындағы Ҡаранйылға ауылында урынлашҡан ғалим музейына һәм Жәлил Кейекбаев исемендәге урта мәктәпкә барасаҡ.

— Уғаса  районда башҡорт теле  һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының конференцияһы үтәсәк, — тине Рәүилә Лоҡманова. – Унда уҡытыусылар ғына түгел, уҡыусылар ҙа сығыш яһаясаҡ. Презентациялар, альбомдар, стендтар әҙерләнә.

Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Рәүилә Лоҡманова хәбәр итте.

Тимур Рәхмәтуллин автор: Тимур Рәхмәтуллин
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть