
Республикала ял көндәре болотло булмаҡсы
Башҡортостанда алдағы ял көндәре болотло булмаҡсы. Гисметео мәғлүмәте буйынса, республикала төндә плюс 1-2 градус буласаҡ. Көндөҙ туғыҙ градусҡа тиклем йылытасаҡ.
Йәкшәмбе, 23 октябрҙә, көндөҙ һауа температураһының плюс 4 градус булыуы ихтимал. Алдағы аҙнала ла көндәр һыуытасаҡ.
Синоптиктар фаразлауынса, алдағы көндәрҙә ямғыр яуыуы көтөлә.