
Һалым буйынса бурыстарҙы яңы интернет-сервис аша белергә мөмкин
Федераль һалым хеҙмәте «Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсе кабинеты» интернет-сервисының яңы версияһын ҡулланылышҡа индерә. Был хаҡта ведомствоның рәсми сайтында хәбәр ителә.
Интернет-сервис һалым түләүсегә бюджет алдындағы һалым буйынса бурыстары, иҫәпләнгән һәм түләнгән һалым түләүҙәре суммалары, күсмә һәм күсемһеҙ милек объекттары тураһындағы көнүҙәк мәғлүмәттәрҙе алырға; бюджет менән иҫәпләшеүҙәрҙе контролдә тоторға; һалымға бәйле бланк һәм квитанцияларҙы баҫтырып сығарырға; һалым буйынса документтарҙы электрон төрҙә алырға; бурыстар һәм түләүҙәрҙе ҡапларға; сайт аша һалым органдарына мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирәсәк.
Әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһының биш субъектының һалым түләүселәре сервистан файҙалана ала. Башҡортостан Республикаһы ла улар иҫәбендә. Яҡын арала интернет-сервис менән Рәсәйҙең бөтә граждандары ла файҙалана аласаҡ.
Әлеге ваҡытта Федераль һалым хеҙмәте «Юридик шәхестәр өсөн һалым түләүсе кабинеты» интернет-сервисы өҫтөндә эш башланы, уны 2012 йылда файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.