Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.01

EUR 90.26

23 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙә иң һөйкөмлө журналист ҡатын-ҡыҙ һайланасаҡ

Йәмғиәт

Киң мәғлүмәт сараларында эшләүсе гүзәл заттар ҡәләм оҫталығы түгел, ә һөйкөмлөлөк һәм матурлыҡ буйынса көс һынашасаҡ конкурс «Леди-Жур» тип атала. Бәйгелә ҡатнашырға теләүселәр фотоһүрәттәрен һәм үҙҙәре хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт ебәрергә тейеш. Фотоһүрәттәр конкурсты ойоштороусы сайтында урынлаштырыласаҡ, улар өсөн тауыш биреү мөмкинлеге буласаҡ. Йыл аҙағында жюри ағзалары иң күп тауыш йыйған ун ике ҡыҙ араһынан еңеүсене һайлаясаҡ. Финалға сығыусылар дипломдар һәм иҫтәлекле билдәләр менән бүләкләнәсәк.

Башҡортостандың Журналистар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурста ҡатнашыусылар араһында республиканың киң мәғлүмәт саралары һылыуҙары ла бар. Союз яҡташтарыбыҙ өсөн әүҙем тауыш бирергә, шулай уҡ журналистика өлкәһендә эшләүсе гүзәл заттарҙы бәйгелә ҡатнашыу өсөн [email protected] адресына үҙҙәренең фотоһүрәттәрен ебәрергә саҡыра.

Әлфиә Шәрәфетдинова автор: Әлфиә Шәрәфетдинова
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть