
13 октябрҙә Өфөлә «Туризм. Спорт. Ял. Шифаханалар» күргәҙмәһе асыла
Кесаҙна, 13 октябрҙә, Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромының күргәҙмә комплексы территорияһында «Туризм. Спорт. Ял. Шифаханалар» төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе асыла. Быйыл ул икенсе тапҡыр үткәреләсәк.
Күргәҙмәлә көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә туристик маршруттар, спорт-туристик хеҙмәтләндереү формалары, ҡорамалдар, спорт инвентары һәм кейеме, кемпинг, һунар һәм балыҡ тотоу өсөн тауарҙар тәҡдим ителәсәк.
Күргәҙмәнең эш программаһына туризм-тыуған яҡты өйрәнеү эшмәкәрлегенә, төбәктәге спорт һәм үҙешмәкәр туризм темаларына семинарҙар һәм түңәрәк өҫтәлдәр индерелгән.
Рәсми асыу тантанаһы сәғәт 12-гә билдәләнгән.