
Республикала көндәр йылынасаҡ
Ағымдағы аҙна аҙағында Башҡортостанда көндәр йылынасаҡ. Гисметео мәғлүмәте буйынса, шәмбенән башлап төбәктә яуым-төшөм булмаясаҡ.
Төндә һауа температураһы плюс 6-8 градус тәшкил итәсәк. Көндөҙ термометр бағанаһы 16 градус күрһәтәсәк.
Кәм тигәндә аҙна дауамында көндәр йылы торасаҡ, тип фаразлай синоптиктар. Ниһайәт, республика халҡы көтөп алған әбейҙәр сыуағы етте.




