
Республика көнөнә ҡарата 7 октябрҙә филармонияла әҙәби-музыкаль кисә үтәсәк
7 октябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Бәләкәй залында Республика көнөнә ҡарата «Йырым минең, Башҡортостан» әҙәби-музыкаль кисәһе үтәсәк. Башҡортостан Яҙыусылар ойошмаһы менән әҙерләнгән кисәлә билдәле шағирҙар, яҙыусылар, артистар ҡатнаша.
Башлана 18 сәғәттә.