
Сәйетбаба ауылында «Сыуалташ» фольклор ансамбле премьераһы үтте
Ғафури районының Сәйетбаба ауылында «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге һәм ауыл мәҙәниәт йорто нигеҙендә яңы «Сыуалташ» фольклор ансамбле ойошторолдо. Үҙешмәкәр коллектив составына 40-80 йәшлек өлкән быуын вәкилдәре инә.
Ансамбль премьераһы Ололар көнөндә үтте. Яңы барлыҡҡа килгән коллектив ветерандарҙы һәм пенсионерҙарҙы ҡотлап, концерт номерҙары күрһәтте. Ҡотлауҙарға ауыл советы, «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, мәктәп һәм дауахана етәкселәре ҡушылды. Концерттан һуң ансамбль ағзалары һәм саҡырылған ҡунаҡтар сәй менән һыйланды.



