
Италия һәм Башҡортостан республикала металлургия заводы төҙөү буйынса контрактҡа ҡул ҡуйҙы
Сентябрь аҙағында БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов етәкселегендәге Башҡортостандың рәсми делегацияһы эш визиты менән Италияла булып ҡайтты.
Унда Рәсәйҙең Италиялағы Сауҙа вәкиллеге етәксеһе Натэла Шенгелия һәм Италия-Рәсәй сауҙа палатаһы президенты Розарио Алессандрелло менән һөйләшеүҙәр үтте. Уның һөҙөмтәһендә Благовещенда металлургия заводы төҙөү буйынса контрактҡа ҡул ҡуйылды.
Итальян партнерҙар менән артабан хеҙмәттәшлек итеү перспективалары 20-22 октябрҙә Сицилияның Катания ҡалаһында үтәсәк Сәнәғәт округтары һәм бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Италия эш төркөмөнөң XIX ултырышында тикшереләсәк, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.



