
1 октябрҙә Милли музей ололарҙы бушлай экскурсияға саҡыра
1 октябрҙә Халыҡ-ара ололар көнө билдәләнә. Был дата алдынан йола буйынса төбәктә бер нисә сара ойошторола: дауалау учреждениелары бушлай консультациялар үткәрә, Мәҙәниәт һарайҙары концерттар тәҡдим итә.
Башҡортостан Республикаһының Милли музейы һәм уның филиалдары ла ситтә ҡалманы. Шәмбе, 1 октябрҙә, пенсионерҙар өсөн Асыҡ ишектәр көнө үткәрелә. 11 — 18 сәғәттәрҙә улар өсөн бушлай экскурсиялар ойоштороласаҡ.
Тулыраҡ мәғлүмәтте 273-50-27, 272-12-50 телефондары аша алырға мөмкин.


