
Ноябрҙә Башҡортостан халҡын дүрт көнлөк каникулдар көтә
4-7 ноябрь Башҡортостанда ял көндәре тип иғлан ителде. Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан асыҡлауҙарынса, 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө — ял көнө булып тора.
Ул йомаға тура килгәнлектән, кесе йома – 3 ноябрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
Бынан тыш, Ҡорбан ғәйете байрамы йәкшәмбе – 6 ноябргә тура килә.
Рәсәй хеҙмәт ҡануниәтенә ярашлы, ял һәм эшләмәгән байрам көндәре тура килгәндә ял көнө байрамдан һуңғы эш көнөнә күсерелә.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостанда 4, 5, 6 һәм 7 ноябрь ял көндәре булып тора.



